Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Йәшә әле, әсәйем, йәшә"

Ошо көндәрҙә күптәрҙең яратҡан йырсыһы Хәниә Фәрхиҙең әсәһе - Фәниә инәйгә - 95 йәш тулған. Олпат юбилейы менән район ағинәйен Тәтешле районы хакимиәте етәкселеге ҡотлаған һәм юбилей миҙалы тапшырған. Был хаҡта Хәниә Фәрхиҙең һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина үҙенең шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән һәм район етәкселәре - Фәнүр Рәфис улына, Әлфиә Урал ҡыҙына, Владимир Александр улына, Әнәс Фәтхи улына ҙур рәхмәттәрен еткерә. "Ҡәҙерлебеҙҙең киләһе юбилейҙарын да үткәрергә насип булһын. Әсәйле булыу - ҙур бәхет. Уның доғалары ағайым менән мине, ейән-ейәнсәрҙәрен һаҡлап йөрөтә. Йәшә әле, әсәйем, йәшә. 95 үтһен, 100 етеп, 100-ҙе ваҡлайыҡ әле, ҡәҙерлем", - тип яҙған Фирүзә ханым. Фәниә инәй - алты балаһының ҡәҙерле әсәһе, 12 ейәне һәм 17 ейәнсәренең яратҡан ҡартинәһе. Ул бөгөн ҡыҙы Фирүзә ғаиләһендә йәшәй. Бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: Фирүзә Ибәтуллинаның шәхси сәхифәһенән.