10 мартта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һәм республиканың конституция советы үҙ-ара бәйләнеш тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов менән Конституция Советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыуҙың маҡсаты конституция законлығын нығытыу, граждандарҙың хоҡуҡ һәм азатлығын дәүләт яҡлауы гарантияһын тәьмин итеү. - Килешеүгә ҡул ҡуйыу республикабыҙ граждандары мәнфәғәтенә дөйөм эштәрҙе көсәйтәсәк. Был документ халыҡтың проблемаларын ишетергә, дөйөм көс менән уларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Палата менән үҙ-ара бәйләнештә эшләп, үҙебеҙҙең вәкәләттәрҙең дә ҡайһы бер өлөшөн тормошҡа ашыра алабыҙ, - тине республиканың Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов был ваҡиғаға түбәндәгеләрҙе белдерҙе: - Йәмәғәт палатаһы – власть һәм граждандарҙың аралашыу майҙансығы. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла беҙ әүҙем эшләйбеҙ. Район үҙәктәренә, ҙур ауылдарға командировкаларға сығабыҙ, халыҡ менән аралашабыҙ