Өфөлә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) һанлы сәнғәт буйынса батл үтте. Ул үҙенә 70-тән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Был сара “Киләсәк фабрикаһы” тигән коворкингта үтте, унда нейроселтәр өлкәһендәге рәссамдар, эксперттар осрашты. - Креатив эшҡыуарҙарға ярҙам итеү динамикалы һәи инновациялы иҡтисадты формалаштырыуҙа төп ролде уйнай. Креатив индустрия менән бәйле сараларҙа ҡатнашыу ярҙамдың мөһим өлөшө булып тора. Бындай саралар эшҡыуарҙарға тәжрибә менән уртаҡлашырға, эшлекле контакттар булдырырға, яңы партнерҙар табырға мөмкинлек бирә. Был селтәрҙәр һәм экосистемалар үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Рәссамдар һәм IT-белгестәр ваҡытҡа ижади заданиелар үтәне. Ҡатнашыусылар билдәләнгән ваҡытта картиналар эшләргә, бумала йәки нейросеть ҡулланып билдәле картиналарҙың репродукц