22 марттың 07.00 сәғәтенә ҡарата, Өфө биләмәһендә йылғаларҙың кимәле: Ағиҙел – 510, Ҡариҙел 450 сантиметр. Һыу баҫҡан юлдар, биләмәләр торошо ла Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы контролендә: * Дим районының “Казарез” һәм “Альбатрос” баҡсасылыҡ ширҡәттәрен баҫҡан һыу майҙаны – 1500 метр, тәрәнлеге – 120 сантиметр. “Казарез”да – 8, “Альбатрос”та ике кеше йәшәй, араларында балалар, аҙ хәрәкәтләнгән граждандар юҡ; * Дим районының “Оҙон” баҡсасылыҡ ширҡәтен дә һыу баҫты, майҙаны 300 метр тәшкил итә, тәрәнлеге – 200 сантиметр. Был ширҡәттә 16 кеше йәшәй, балалар һәм аҙ хәрәкәтләнгән граждандар юҡ; * Киров районының “Зеленый мыс” баҡсасылыҡ ширҡәтенә сыҡҡан һыуҙың киңлеге 25 метр тәшкил итә, тәрәнлеге – 10 сантиметр. Унда инеү тыйылған, транспорт хәрәкәте – Көнсығыш сығыу юлы аша; * Киров районындағы “РоЧер” ял базаһына илткән юл һыу аҫтында: алыҫлығы – 100 метр, тәрәнлеге – 25 сантиметр; * Киров районының “Солнечные пески” ял базаһына илткән юлдың 1-се участкаһында һыу ба