Иртән ҡапыл һикереп торғанда көн баш ауыртыуҙан, ҡан баҫымы һикергеләүҙән, арҡа, быуындар һыҙлауынан башланырға мөмкин. Уянғас та бер аҙ ҡолаҡтарға, башҡа, бармаҡтарға массаж яһау, шунан яйлап аяҡтарҙы төшөрөп ултырыу мотлаҡ. Хәрәкәттәр талғын булырға тейеш. Түбәндәге күнекмәләр ҙә организмды дөрөҫ уятырға булышлыҡ итә. Тибет монахтарының был күнекмәләре ни бары биш минут ваҡытты ала, ә һөҙөмтәһе иҫ киткес - эндокрин биҙҙәренең эшмәкәрлеген яҡшырта, көнө буйына етерлек көс-дәрт бирә, даими эшләгәндә, күп ауырыуҙарҙан арындыра ала. Ғәҙәттә, уны иртәнге сәғәт алтыға тиклем яһарға кәңәш итәләр. Гимнастиканы ҡаты урынға ятҡан килеш һәр береһен 30-ар тапҡыр эшләргә кәрәк. Устарҙы ҡыҙҙырғансы бер-береһенә ышҡыйбыҙ. Әгәр ус ҡоро һәм эҫе булып китһә, организмдағы энергетика яҡшы, ус йылы икән - биополе әҙерәк түбәнәйгән, ә еүеш һәм йылынмаһа - организмда насар яҡҡа тайпылыштар бар тигән һүҙ. Эҫе устарҙы күҙҙәргә һалып баҫҡылайбыҙ. 30 тапҡыр шулай эшләгәс, тағы 30 секунд баҫып торабыҙ. Ошо күне