Найти в Дзене

Түлһеҙлектең сәбәптәре нимәлә?

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы – алдынан ярты быуатҡа яҡын ғүмерен гүзәл зат вәкилдәре, буласаҡ әсәйҙәр һәм тыуасаҡ сабыйҙар сәләмәтлегенә арнаған Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы акушер-гинекологы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы ИҘРИСОВА менән, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ һаулығына арналған әңгәмә ҡорҙоҡ. Башҡортостан дәүләт медицина институтында белем алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Стәрлебаш районына эшкә килгән медицина хеҙмәткәре сығышы менән – Стәрлетамаҡ районынан. Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы өсөн сабый көткән әсәйҙәргә күҙәтеү алып барыу, уларҙың һаулығын һаҡлау, гүзәл зат вәкилдәренә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү төп бурыс булһа, хәл-ваҡиғаларҙы алдан күҙаллау, ҡатмарлы осраҡтарҙа үҙеңде ҡулға алыу, тиҙ ҡарар ҡабул итеү кеүек сифаттар Гөлсинә Рәжәп ҡыҙын ысын табип итеп танытҡан. – Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы, былтыр Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ консультацияһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Был ҡаҙанышта, әлбиттә, һеҙҙең дә фиҙакәрлек хеҙ

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы – алдынан ярты быуатҡа яҡын ғүмерен гүзәл зат вәкилдәре, буласаҡ әсәйҙәр һәм тыуасаҡ сабыйҙар сәләмәтлегенә арнаған Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы акушер-гинекологы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы ИҘРИСОВА менән, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ һаулығына арналған әңгәмә ҡорҙоҡ. Башҡортостан дәүләт медицина институтында белем алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Стәрлебаш районына эшкә килгән медицина хеҙмәткәре сығышы менән – Стәрлетамаҡ районынан. Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы өсөн сабый көткән әсәйҙәргә күҙәтеү алып барыу, уларҙың һаулығын һаҡлау, гүзәл зат вәкилдәренә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү төп бурыс булһа, хәл-ваҡиғаларҙы алдан күҙаллау, ҡатмарлы осраҡтарҙа үҙеңде ҡулға алыу, тиҙ ҡарар ҡабул итеү кеүек сифаттар Гөлсинә Рәжәп ҡыҙын ысын табип итеп танытҡан. – Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы, былтыр Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ консультацияһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Был ҡаҙанышта, әлбиттә, һеҙҙең дә фиҙакәрлек хеҙмәтегеҙ сағылыш тапҡан... – Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ауылда йәшәүсе гүзәл зат вәкилдәренең медицина хеҙмәттәренән файҙаланыуы өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Бындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары компетентлылыҡ һәм пациенттарға иғтибар менән ҡарау хас. Ошо һәм башҡа ыңғай күрһәткестәр өсөн былтыр Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ консультацияһы” тигән исем бирелде. Шулай итеп, беҙҙең медицина ойошмаһы – ошондай юғары статус алған беренсе ауыл дауаханаһы. Һөҙөмтәлә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һорауы буйынса, Стәрлебаш дауаханаһында акушерлыҡ һәм гинекология хеҙмәтенә арналған семинар үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар урындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһында булды. Өфөнән лекторҙар акушер-гинекологтар, терапевтар өсөн лекциялар уҡыны. – Әле Стәрлебаш районында күпме гүзәл зат вәкиле йәшәй? – Райондағы 16 мең кешенең туғыҙ меңе – ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың 2 мең 700-ө – фертиль, йәғни бала табыу йәшендә. Әле район буйынса 62 йөклө ҡатын бар. Беҙгә мөрәжәғәт иткән һәр гүзәл зат вәкиле тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ. Уларҙы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына килгәс үк музыка менән ҡаршылайбыҙ, ишек төбөндә бахилла һалынған, кәрәк икән, шунда уҡ һыу бар. Уларҙың сиратта тормауын хәстәрләйбеҙ. Беҙгә мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарға телефон һандарыбыҙҙы бирәбеҙ һәм улар тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында беҙҙең менән бәйләнешкә сыға ала. Үҙем дә, кәрәк икән, һәр саҡ киләм һәм медицина ярҙамы күрһәтәм. – Шуныһы һөйөнөслө: 1997 йылдан Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында әсәйҙәрҙең ғүмере өҙөлөү осраҡтары теркәлмәгән, өс йыл сабыйҙарҙың үлеү осрағы булмаған... – Әйткәндәй, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Александр Иванович Юдин – үҙе акушер-гинеколог, хирург. Стәрлетамаҡта бүлексә мөдире, Күмертауҙа баш табип булып эшләгән. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа заманса ҡорамалдар, мәҫәлән, яңы кольпоскоп, лапароскоп, гистероскоп һатып алынды һәм эшләй башланы. Беҙҙәге белгестәр – ультратауышлы тикшереү (УЗИ) үткәреүселәр, эндоскопистар, анестезиологтар, рентгенологтар һәм башҡалар – бик шәп. Улар менән эшләүе еңел. Шуға күрә үҙебеҙҙә барлыҡ, шул иҫәптән юғары технологиялы әмәлиәттәрҙе атҡарабыҙ. Әммә борсоған хәлдәр ҙә бар: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта, күп кенә төбәктә кеүек, һөт биҙҙәре, аналыҡ яман шештәре йыш теркәлә. – Яман шеш осраҡтарын булдырмау һәм был сирҙе ваҡытында асыҡлау өсөн ниндәй эштәр атҡарыла? – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын тикшереү өсөн төрлө заманса ҡорамалдар килтерелде. Мәҫәлән, “Маммоскан” һанлы рентгенографик маммограф алынды. Уның хаҡы 12 миллион һумдан ашыу тәшкил итә ине. Был ҡорамал һөт биҙенең һанлы рентген һүрәттәрен алыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул күкрәк яман шештәрен иртә диагностикалау өсөн мөһим. Ҡорамал файҙаланыуҙа ышаныслы, һығылмалы булыуы менән уңайлы. Дауаханала төрлө сирҙәргә скрининг һәм диагностика үткәреү мөмкинлеген бирә. – Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙарға табиптарға даими күренергә кәрәк? – Эйе, яман шеш иртә срогында асыҡланғанда унан дауаланыу кимәле 100 процент тәшкил итә. Тимәк, гүзәл зат вәкилдәре табипҡа күренеүҙе матур ғәҙәт итеп алһын. Юғиһә, сирҙе асыҡлау статистикаһы хәүефләндерә. Үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарһыҙ булыу, профилактик тикшереү үтеү маҡсатында гинекологҡа һирәк йөрөү сирҙең аҙыуына килтерә һәм аналыҡ юлы яман шешенең шашып киткән кимәле 40 осраҡта тәүге тапҡыр асыҡлана. Был гинекологка тикшерелеүгә даими йөрөп тороуҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр раҫлай. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер түлһеҙлек осраҡтары йыш теркәлә. Был хәлде булдырмау өсөн гүзәл зат вәкилдәренә нимәгә иғтибар итергә кәрәк? – Әлбиттә, һәр кем һаулығына һаҡсыл ҡараш булдырырға, табиптарға даими күренергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа түлһеҙлектең төп сәбәптәренә түллек биҙендәге склерополикистоз, балаятҡы торбаһындағы кәмселектәр, эндометриоз, түллек биҙе эшмәкәрлегенең ваҡытынан алда туҡталыуы, аутоиммун ауырыуҙар, пельвиоперитониттар һәм башҡалар инә. Шуныһы: репродуктологтарға мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. “Түлһеҙлек” төшөнсәһе әкренләп үткәндә ҡала, уны “ир менән ҡатындың проблемаһы” тигән һүҙбәйләнеш алмаштыра. Медицина ойошмалары ЭКО өлкәһендә бай тәжрибә тупланы. Түлһеҙлек мәсьәләһе менән юғары квалификациялы табиптар шөғөлләнә. – Ҡатын-ҡыҙҙарҙы гүзәл зат вәкилдәре тип йөрөтәбеҙ. Ә һеҙҙең өсөн матурлыҡ нимәне аңлата? – Матурлыҡ ул, һис шикһеҙ, иң тәү сиратта сәләмәтлек. Әгәр һаулығың юҡ икән, бер ниндәй матурлыҡ та кәрәкмәй һәм ярҙам итмәй. Пациент ишектән инеү менән уның сәләмәтлеге хаҡында әйтергә мөмкин. Уның йөҙөнөң төҫө, тән-тиреһенең торошо бик күпте һөйләй. Һау-сәләмәт кешенең кәйефе лә яҡшы була, ундайҙар йоҡоһоҙлоҡ менән интекмәй. Сәләмәтлек – ул бәхет. Һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡ донъяла! Ул юҡ икән, донъя ла йәмһеҙ. Шуға күрә һәр кем сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡараш булдырһын. Гүзәл зат вәкилдәренең барыһына ла иң тәү сиратта ныҡлы сәләмәтлек һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем. – Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.