Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кампус төҙөлөшөнә арналған кәңәшмә үтте

Бөгөн, 8 мартта, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында булды. Бында «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы объекттың икенсе сиратын төҙөүҙе башлау тантанаһы үтте. Радий Хәбиров кампус биналары комплексын төҙөү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, подрядсы ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы республиканың үҫеше, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм төрлө тармаҡтарҙа инновация проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн объекттың стратегик әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ фәнгә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға ынтылабыҙ. Ошо йәһәттән эштәрҙең күләме байтаҡҡа артты. Шуға күрә республикала Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетын булдырҙыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Проектты тормошҡа ашырыу тураһында

Бөгөн, 8 мартта, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында булды. Бында «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы объекттың икенсе сиратын төҙөүҙе башлау тантанаһы үтте. Радий Хәбиров кампус биналары комплексын төҙөү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, подрядсы ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы республиканың үҫеше, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм төрлө тармаҡтарҙа инновация проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн объекттың стратегик әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ фәнгә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға ынтылабыҙ. Ошо йәһәттән эштәрҙең күләме байтаҡҡа артты. Шуға күрә республикала Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетын булдырҙыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Проектты тормошҡа ашырыу тураһында ентекләберәк республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне. 2024 йылдың башында файҙаланыуға тапшырылған кампустың беренсе сираты базаһында IQ-парк эшләй, тип билдәләне ул. Бында республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары тикшеренеүҙәр алып бара. Был эштә 500-ҙән ашыу студент һәм йәш ғалим ҡатнаша. Премьер-министр, кампустың икенсе сираты проектына алдынғы ҡарарҙарҙы һәм технологияларҙы ҡулланыуҙы иҫәпкә алып төҙәтмәләр индерелде, тип хәбәр итте. Объект төҙөлөшөн 2027 йылда тамамлау күҙаллана. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов республиканың фәнни-технология йәһәтенән ҡеүәтен үҫтереү буйынса идара итеү командаһының эшен юғары баһаланы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар кампус биналарын төҙөүҙең юл картаһын, уның архитектура һәм планлаштырыу ҡарарҙарын, шулай уҡ лаборатория комплексын киләсәктә тулыландырыуҙы һәм ижади йәштәр киңлектәрен булдырыуҙы ентекле тикшерҙе. Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.