Бөгөн, 8 мартта, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов менән бергә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының икенсе сиратын төҙөүгә старт бирҙе. Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы төҙөлә. 10-29 ҡатлы административ һәм торлаҡ биналар комплексының майҙаны 99,7 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Силобат менән берләштерелгән ете башня буласаҡ. Студенттар һәм уҡытыусылар йәшәйәсәк корпустарҙан тыш, бында уҡыу һәм лаборатория бүлмәләре, спорт объекттары, дөйөм туҡланыу урындары, ял биләмәләре һәм ер аҫты паркингы буласаҡ. Радий Хәбиров менән Айрат Ғәтиәтов «Альфа» башняһының нигеҙенә бетон ҡойҙо, шулай уҡ ошо ваҡиға уңайынан гранит плитәгә иҫтәлекле таҡтаташ беркетте. – Кампус төҙөлөшө – ул республика юғары мәктәбе инфраструктураһын фундаменталь үҙгәртеү. 4,5 мең студентҡа иҫәпләнгән урын барлыҡҡа киләсәк. Унан да бигерәк, ул беҙ