Баҡалы районының Ҡарлыхан ауылында тыуып үҫкән “Добрый” позывнойлы гвардия ефрейторына ни бары 23 йәш. Ошо йәшендә ул армия хеҙмәтен үткән, контракт буйынса хәрби хеҙмәткәр булырға өлгөргән, өҫтәүенә белем дә алған, дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Урта белем алғандан һуң, ситтән тороп, Дыуандағы күп профилле колледжға уҡырға инә. 2020 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ленинград өлкәһендә инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бер айҙан һуң Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, ә 2022 йылда хәрби хәрәкәттәр барған зонала хеҙмәт итә, уҡыуын да ташламай. Хәҙер ул айырым инженер-сапер батальонындағы ремонт взводында оҫтахана начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәрби техниканы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү бурысын үтәй. Батырлығы һәм хәрби бурыстарҙы теүәл үтәгәне өсөн гвардия ефрейторы Оборона министрлығы миҙалдары менән наградланған: ”Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм юғары дәүләт наградаһы – IV дәрәжә Георгий тәреһ