Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге битендә республикала фәнни-технологик үҫеш барышы тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. “Беҙҙең республика Хөкүмәте структураһында эште тағы ла һөҙөмтәлерәк ойоштороу өсөн айырым үҙгәрештәр бара. Радий Хәбиров фән һәм бизнестың тығыҙыраҡ үҙ-ара эш итеүе өсөн фәнни-технологик үҫеш буйынса комитет булдырыу буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Ғөмүмән, был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре рейтингында һигеҙенсе урынды биләй. Өҫтәүенә беҙ ун алдынғы төбәк исемлегенә өсөнсө йыл инәбеҙ, сөнки фән һәм бизнесты яҡлауға йүнәлтелгән федераль һәм милли проекттарға ярашлы тормошҡа ашырылған бөтә программаларҙа ҡатнашабыҙ. Беҙҙең билдәле ҡаҙаныштарыбыҙ араһында – яҡын йылдарҙа яңы фәнни асыштарҙы тәьмин итәсәк Вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө. Ул ғилми тикшеренеүҙәр үҫешенә генә түгел, йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә лә йоғонто яһаясаҡ. Беҙҙең донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем үҙәге уңышлы һөҙөмтәләрен күрһәтә. Күпсел