8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Бәйләнештә төркөмөндә иғлан ителгән “Донъя биҙәге” тигән конкурсыбыҙ тамамланды. Әүҙем, уңышлы, эшлекле, береһенән-береһе мөләйем гүзәл заттарыбыҙ араһында конкурс бик ҡыҙыу барҙы. Әллә күпме уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы асыҡларға ярҙам итте был конкурс. Иң күп тауыш йыйып, 1-се урынға Яңауыл районынан Эльмира Мөхәмәтшина лайыҡ булды, 2-се урында Бишбүләк районынан – Эллина Суфьянова, 3-сө урында – Бәләбәй районынан Илмира Ильина. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға, улар өсөн тауыш биреүселәргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әлеге конкурсанттарыбыҙ кеүек булдыҡлы, күркәм гүзәл заттарыбыҙ менән танышыуыбыҙға бик шатбыҙ. Еңеүселәребеҙгә вәғәҙә ителгән дипломдарыбыҙҙы һәм бүләктәребеҙҙе яҡын арала тапшырырбыҙ. Барығыҙҙы ла 8 март байрамы менән ҡотлайбыҙ! Күк йөҙөбөҙ аяҙ, тормошобоҙ тыныс, үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ имен, бәхетле булһын!