Найти в Дзене

“Ҡатын-ҡыҙҙар – фәндә” күргәҙмәһе эшләй

8 Март байрамы алдынан “Ҡатын-ҡыҙҙар фәндә” күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Экспозиция баш ҡаланың ике урынында - Өфө дәүләт нефть техник университетында һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусында ҡуйылған. Был уникаль проект фәндә ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һөнәр һайлаған, ғилми дәрәжәгә эйә 10 ҡатын-ҡыҙ тураһында фотоһүрәттәр ярҙамында һөйләй. -Был - уның менән тиңләшке килгән хәҙерге замандың матур, аҡыллы, әүҙем ҡатын-ҡыҙ образы. Проектта бер генә модель дә юҡ, әммә һәр береһе иң модалы журналдың тышлығын биҙәй алыр ине. Беҙ концепция һәм образдар тыуҙырҙыҡ, визажистар саҡырҙыҡ. Өфө фоторәссамы Софья Ихсанова бөтә идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырып, геройҙарҙың бай эске донъяһын тоя һәм нескә итеп еткерә алды. Хыялым - проекттың киләһе этабында юғары уҡыу йорто ғына түгел, тотош республика ғалимдарын да күрһәтә алыу, - тип һөйләне проект етәксеһе, Нефть һәм газ бизнесы институтының социаль һәм сәйәси коммуникациялар кафедраһы доценты, ӨДНТУ-ның йәштәр сәйәсәте буйынса проректор ярҙамсыһы Владлена Ивлева. -Был проектта ҡатнашыу миңә күп ыңғай тойғо бүләк итте. Фотосессия үҙемде икенсе яҡтан күреү мөмкинлеге бирҙе, барлыҡ командаға ошондай байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Виктория Ғафарова. Һәр портреттың аҫтында qr-код бар, уның буйынса проектта ҡатнашыусы тураһында күберәк белергә мөмкин. Онлайн-галерея – сайтта (на сайте). Унда һәр героиня менән интервью уҡырға мөмкин. Күргәҙмә март аҙағына тиклем дауам итәсәк, онлайн-күргәҙмә даими эшләйәсәк. Проект университеттың Йәштәр сәйәсәтен үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/26259/