Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Гүзәл зат вәкилдәре былар хаҡында белергә тейеш!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – яҙ, матурлыҡ, мөхәббәт байрамы. Был көндә беҙ кешелек донъяһының илаһи затына ҙур хөрмәт күрһәтәбеҙ. Яҙҙың был байрамы, нигеҙҙә, сағыу сәскә-гөлләмәләр, матур бүләктәр, ғөмүмән, гүзәл зат вәкилдәренә айырым иғтибар менән билдәләнә. Ә бит тарихҡа күҙ һалһаҡ, үткән быуат башында 8 Мартта бик мөһим социаль-сәйәси ваҡиға теркәлгән – был көндә ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәштә теләктәшлек белдергән. Улар ир менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы хоҡуҡтарҙың тигеҙләнеүен, үҙҙәренә ҡарата ихтирам, эш һәм хатта әрмелә хеҙмәт итеү мөмкинлеген дә талап итә. Хәҙерге Рәсәй ҡануниәтенә килгәндә, айырым закондар гүзәл зат вәкилдәренә, тәү сиратта әсәләргә һәм йөклө ҡатындарға өҫтәмә яҡлау мөмкинлеген бирә. Гүзәл зат вәкилдәренә генә тәғәйенләнгәндәре бар Рәсәй Конституцияһына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә тиң хоҡуҡтарға эйә. Әммә шул уҡ ваҡытта улар араһында гүзәл зат вәкилдәренә генә тәғәйенләнгәндәре бар. Мәҫәлән, ҡатындар өстән күберәк бала тәрбиәләһә, пенсияға ваҡ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – яҙ, матурлыҡ, мөхәббәт байрамы. Был көндә беҙ кешелек донъяһының илаһи затына ҙур хөрмәт күрһәтәбеҙ. Яҙҙың был байрамы, нигеҙҙә, сағыу сәскә-гөлләмәләр, матур бүләктәр, ғөмүмән, гүзәл зат вәкилдәренә айырым иғтибар менән билдәләнә. Ә бит тарихҡа күҙ һалһаҡ, үткән быуат башында 8 Мартта бик мөһим социаль-сәйәси ваҡиға теркәлгән – был көндә ҡатын-ҡыҙҙар үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәштә теләктәшлек белдергән. Улар ир менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы хоҡуҡтарҙың тигеҙләнеүен, үҙҙәренә ҡарата ихтирам, эш һәм хатта әрмелә хеҙмәт итеү мөмкинлеген дә талап итә. Хәҙерге Рәсәй ҡануниәтенә килгәндә, айырым закондар гүзәл зат вәкилдәренә, тәү сиратта әсәләргә һәм йөклө ҡатындарға өҫтәмә яҡлау мөмкинлеген бирә. Гүзәл зат вәкилдәренә генә тәғәйенләнгәндәре бар Рәсәй Конституцияһына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә тиң хоҡуҡтарға эйә. Әммә шул уҡ ваҡытта улар араһында гүзәл зат вәкилдәренә генә тәғәйенләнгәндәре бар. Мәҫәлән, ҡатындар өстән күберәк бала тәрбиәләһә, пенсияға ваҡытынан алдан сыға ала. Ғөмүмән, гүзәл зат вәкилдәре генә түбәндәге хоҡуҡтарға эйә: йөклөлөк һәм бала тыуыу буйынса ял алыу (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 255-се статьяһы); өс йәшкә тиклем бала тәрбиәләгәндәр хеҙмәт урынынан ҡыҫҡартыла алмай (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһы); ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҫҡартылған хеҙмәт көнөндә эшләү мөмкинлеге бирелә (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 1-се статьяһы); Хеҙмәт урынында 10 килограмдан күберәк ауырлыҡты күтәрмәҫкә хоҡуҡлы (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 253-сө статьяһы); йөклө ҡатындар командировканан, өҫтәмә эштән, ял һәм байрам көндәрендә эшләүҙән баш тарта ала (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 259-сы статьяһы); Армиялағы хәрби хеҙмәттән азат ителә. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм Енәйәт кодекстарына күҙ һалһаҡ, түбәндәгеләр тураһында белербеҙ. * 14 йәшкә тиклемге балаһы булған йәки йөклө ҡатындарҙы административ хоҡуҡ боҙған өсөн ҡулға алып булмай (Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 3.9-сы статьяһы; Рәсәй Енәйәт кодексының 54-се статьяһы); йөклө ҡатындар һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған әсәләр мәжбүри хеҙмәткә йәлеп ителә алмай (Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 13.3-сө статьяһы, Рәсәй Енәйәт кодексының 49-сы статьяһы). Бынан тыш, йөклө йәки бәләкәй балалы ҡатындар язанан кисектерелеү хоҡуғына эйә. Дәүләттең ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау саралары гүзәл зат вәкилдәренең бала табыу һәм нәҫелде дауам итеү бурысы менән бәйле Әсәләр ниндәй хоҡуҡҡа эйә? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләрҙең тарҡалыу осраҡтары ла теркәлә. Ошондай ваҡытта бәләкәй балалы ҡатын, әгәр финанс йәһәтенән ярҙам юҡ икән, иренән алимент түләттерә ала. Бының өсөн ул Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 89-сы статьяһы 3-сө абзацының 2-се пункты, 90-сы статьяһы 2-се абзацының 1-се пунктын нигеҙ итеп алыу хоҡуғына эйә. Ғөмүмән, ғаиләләге һәр ағзаның бер-береһенән финанс ярҙамы күрһәтеүҙе һорауы мөмкин. Балалар – эшләй алмаған ата-әсәһен, ир менән ҡатын, берәүһе хеҙмәткә яраҡһыҙ йәки инвалид бала тәрбиәләй икән, икенсеһен аҡса менән тәьмин итергә тейеш. Ә көслө зат вәкиле айырылышҡанда баланы үҙе менән ҡалдырған осраҡта ҡатынынан алимент аҡсаһын талап итә ала. Тағы шуны белергә кәрәк: закондарға ярашлы, ир-ат, ҡатыны йөклө йәки балаһына бер йәш тулмаған икән, айырылыу хаҡында һүҙ йөрөтә алмай. Ошо хаҡта Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 17-се статьяһында әйтелә. Бындай осраҡта ҡатын үҙе генә ҡарар ҡабул итеү хоҡуғына эйә. Ауылда йәшәһәгеҙ... Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 263.1-се статьяһына ярашлы, ауыл ҡатындары 36 сәғәттән күберәк эшләһә, өҫтәмә эш сәғәттәре өсөн түләүгә өмөт итә ала. Ошондай уҡ аҡса эш көнө бер нисә өлөшкә бүленгәндә лә түләнергә тейеш. Ҡатындар ҡыҫҡартылған көнгә күсеү тураһында ғариза яҙа ала, әммә хеҙмәт хаҡының элеккесә һаҡланыуы мотлаҡ. Шулай итеп, был осраҡта эш биреүсе хеҙмәт хаҡы күләмен кәметә алмай. Һүҙ элек ҡатын 40 сәғәт эшләп, хәҙер аҙнаһына 36 сәғәт эшләүҙе һораған осраҡ тураһында бара. Ҡыҫҡаһы, ҡатындың кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәт хаҡы кәмергә тейеш түгел. Иң мөһиме – уның ауыл ерендә эшләүе шарт. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 253-сө, 348.9-сы статьяларына ярашлы, һәр эштә ҡатындарға айырым ҡараш булыуы мөһим. Мәҫәлән, улар иң күбе 10 килограмм ауырлыҡты айырым осраҡта күтәрә ала, әммә, ҡағиҙәләргә ярашлы, ваҡыт арауығы ике сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Әгәр гүзәл зат вәкиле эш урынында ауыр әйберҙәрҙе даими ташый икән, уларҙың күләменең ете килограмдан артмауы шарт. Закондарға ярашлы, бер иҫкәрмә генә бар: спортсылар – ауыр атлет ҡатындар ғына хәленән килгәнсә ауыр әйберҙе күтәрә ала. Шулай итеп, әсә өйөндә төрлө ауырлыҡтағы балаһын үҙе теләгәнсә күтәрә ала, ә был эштә иһә хәл рөхсәт ителмәҫкә тейеш. Бәпәй көтһәгеҙ... Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса йөклөлөктө күҙәтеү программаһына ярашлы, дауалау-иҫкәртеү, диагностика саралары, патронаж, һәр төрлө клиник-лаборатор тикшереүҙәр үткәрелеүен барлыҡ гүзәл зат вәкилдәре лә яҡшы беләлер, моғайын. Бынан тыш, буласаҡ әсәләрҙе бала табыуға физик һәм психологик йәһәттән әҙерләү, сәләмәт сабый табыуға һәм тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү, күкрәк һөтө менән туҡландырыу нескәлектәренә өйрәтеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Шулай итеп, йөклө ҡатындар түбәндәге хоҡуҡтарға эйә: * табипты (белгестең үҙенең ризалығы менән) һәм медицина ойошмаһын һайлау; * төрлө йүнәлештә эшләгән табиптарҙан консультация алыу; * берәй сир йәки медицина әмәлиәте арҡаһында тыуған ауыртыуҙы мөмкин булған саралар һәм дарыуҙар ярҙамында еңеләйтеүҙе һорау; * медицина әмәлиәтенән баш тартыу; * үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау өсөн адвокат, рухани йәки законлы вәкилең (ирең, яҡын туғаның йәки ышаныс ҡағыҙы буйынса башҡа кеше) менән килеү. Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай, шуға күрә төп хоҡуҡтарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Уларҙың барыһы ла көндәлек тормошта кәрәк. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.