Мәскәүҙәге МХО ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү берҙәм үҙәгендә үткән осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт башлығына һорауҙар бирҙе һәм фонд эшенең төрлө йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Осрашыуҙа статс-секретарь – РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды рәйесе Анна Цивилева һәм Мәскәү мэры Сергей Собянин да ҡатнашты. Президент үҙәкте ҡарап сыҡты һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына күрһәтелгән хеҙмәттәр менән танышты. “Ир-ат өсөн һәр ваҡыт тыл, бигерәк тә үҙен, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған хәрбигә еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн мотивацияның мөһим нигеҙе булып тора. Һәм, әлбиттә, бындай осраҡтарҙа окоптарҙа үҙ ғаиләһе, ҡатындары, һеңлеләре, әсәләре тураһында уйламаған ирҙәр юҡтыр, тип уйлайым. Был илебеҙҙә әлеге ваҡытта булған бөтә нәмәнең, Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлау йүнәлешендә барған бөтә ғәмәлдәрҙең бик мөһим өлөшө“, – тине Владимир Путин ҡатын-ҡыҙҙар менән осра
Ил Президенты гүзәл зат вәкилдәре менән осрашты (мотлаҡ)
7 марта 20257 мар 2025
1 мин