Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рөстәм Нәбиев яңы проект башлай

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев – Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте булдырған «Белем. Премия» наградаһы лауреаты исеменә лайыҡ булған ине. Яҡташыбыҙ «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» өлкәһендә белем биреүгә индергән өлөшө өсөн билдәләнгән. Тиҙҙән Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте менән берлектә белем биреү лекцияларында ҡатнашасаҡ. Блогер билдәләп үтеүенсә, ул ауыр йәрәхәттәр алған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашыуға иғтибар бирәсәк. “ Мин уларҙың ниндәй хәлдә булыуын бик яҡшы аңлайым. Ҡасандыр үҙем был оҙон һәм ҡатмарлы юлды үткәнмен. Улар менән һабаҡ алған белемдәремде уртаҡлашҡым килә. Инвалидлыҡҡа нисек ҡарарға, нишләргә, балаларға ниндәй ҡиммәттәр тапшырырға... Был проектта мин илебеҙ халҡының ир-ат өлөшөнә күберәк баҫым яһаясаҡмын. Кисә генә шундай идея барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, беҙҙә Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар форумы үткәрә, ә беҙ ир –аттар өсөн шундай уҡ форум асырға теләйбеҙ. Тәүҙә үҙебеҙҙең төбәктән башлайбыҙ, ә унан һуң федераль кимәлгә сығырға ниәт бар. Әле проект сиктәрендә сәләмәт ир –аттың көслө иҡтисад һәм нәҫелебеҙҙең көслө дауамы нигеҙе булыуын күрһәтергә теләйбеҙ”, - ти ул. Әлегә концепция һәм идея бар, әммә проекттың теүәл генә датаһы әлегә юҡ. Иң мөһиме - теләк булғанда, барыһы ла буласаҡ. Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Нәбиев