Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡар яуыуын дауам итә

Календарҙа яҙ айы булһа ла, ҡыш китергә ашыҡмай. Бөгөн һәм иртәгә республикала ҡар яуыуы дауам итә. Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн, 7 мартта аяҙлы болотло һауа торошо. Бер аҙ ҡар яуа, урыны менән уртаса. Ел көньяҡтан уртаса. Һауа температураһы -7, -12°, көндөҙ 0, -5 градус тәшкил итә. Шәмбе, 8 мартта, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел ярайһы уҡ һиҙелерлек - секундына 9-14 метрға тиклем, көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә -7, -12°, көндөҙ 0,-5 градус тәшкил итә. Халыҡ һынамыштарына килгәндә, 7 мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор. Фото: Интертат