Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһы байрам рейдтары хаҡында иҫкәртәләр. Был юлы «Айыҡ водитель» рейдтары биш көн, 6 марттан 10-на тиклем үткәрелә, тип хәбәр итә республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов. «Төп бурыс – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау, шулай уҡ байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫерек водителдәрҙе асыҡлау», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. Юлда ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8 347 279-32-92. Әйткәндәй, 8 март байрамы алдынан республиканың күпселек ҡала һәм район үҙәктәрендә руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға гөлләмә бүләк итеү күренеше күптән инде изге йолаға әйләнгән. Шуға күрә байрам көндәрендә юлдарҙа һаҡ булығыҙ, кемгәләлер яҙҙың тәүге сәскәләре эләгеүе мөмкин, ә икенселәргә ... штрафт ҡағыҙы. Фото: "Осҡон" гәзите