2024 йылда Башҡортостанда 129 медицина хеҙмәткәре “Ауыл табибы” программаһы буйынса түләүҙәр алды. Шуларҙың береһе табип-гинеколог Илнура Моратова ғаиләһе менән Татарстандан Үрге Тәтешлегә күсеп килде. Илнура Мәджит ҡыҙы 2014 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, “Акушерлыҡ һәм гинекология” белгеслеге буйынса ординатурала уҡый. 2017 йылдан Зеленодольск үҙәк район дауаханаһында акушер-гинеколог булып эш башлай. Тормош иптәше – табип-анетезиолог-реаниматолог. Борай районында тыуып үҫкән. 2024 йылда йәш белгестәр тыуған яҡтарына ҡайтырға хәл итә һәм июль айында Үрге Тәтешле дауаханаһына эшкә урынлаша. Илнура Мәджит ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашып, бер миллион һум күләмендә түләү ала. Эш осоронда 2,5 мең пациентты ҡабул итә, меңдән ашыу ультратауыш тикшереүе үткәрә. –Беҙҙе тыуған яҡта яҡшы ҡаршы алдылар. Дауахананың баш табибы һәм остаздар менән тиҙ уртаҡ тел таптыҡ, кешеләр бында ихлас, һәйбәт күңелле. Ирем менән бында килеүебеҙгә бер тамсы ла үкенмәнек. ”А