Бөтә донъя инженерлыҡ көнө уңайынан Өфөлә "Циолковский. Өфө математика һәм физика призмаһы аша" фәнни-популяр маршрут үткәрҙеләр. Унда Өфө һәм Ишембай райондарынан уҡыусылар ҡатнашты. Уларға республика юғары уҡыу йорттарының, ғилми ойошмаларының һәм предприятиеларының алдынғы лабораториялары буйлап 20 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы мауыҡтырғыс экскурсия ойошторолдо. Сәйәхәт, традиция буйынса, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында башланды. - Беҙҙең маршруттарҙы Рәсәйҙә иң уңышлы һәм тормошҡа ашырылған маршруттар иҫәбенә индерәләр. Беҙ Башҡортостанда фәнде үҫтереүебеҙ менән ғорурланабыҙ, сөнки беҙҙә бының өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Һәр технологик инновация нигеҙендә теүәл фәндәр ята. Шуға күрә математиканы һәм физиканы өйрәнегеҙ, инженер кластарын һәм һөнәрҙәрен һайлағыҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа Циолковскийҙар, Ковалевтар, Гагариндар булыр тип ышанам, - тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Евразия ESG үҙәге һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының тотороҡло