8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан иткән “Донъя биҙәге” тигән конкурсыбыҙҙа Белорет районының Инйәр ауылындағы 2-се урта мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Асия Рим ҡыҙы Йосопова ҡатнаша. Ул йәмле Йөйәк ауылында ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булып тыуған. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Асия Рим ҡыҙы йәш быуында милли үҙаңды, йолаларҙы, телде һаҡлауҙа һәм тыуған атайсалға, Ватанға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, эшен яратып башҡара. Шулай уҡ Инйәр ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша – ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе, ирекмән булып тора. – Йәштәрҙҽң матур йәшәргә, балалар үҫтерергә тырышыуы, йәш ғаиләләрҙең үҙ-ара татыулығына һөйөнәм, – ти ул. Шул уҡ ваҡытта Асия Йосопова йәмғиәтебеҙҙе борсоған мәсьәләләргә лә битараф түгел. “Йәш быуындың алҡымынан алған, әсәләрҙең, ҡатындарҙың йөрәген телгеләгән эскелек, наркомания кеүек бәлә-ҡаза, тулы ғаилә терәген һаҡлаусы ир-аттарҙың ғаиләһенән ситтә эшләүе, яҡындарыңд