Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецов хөкүмәт ултырышында телефон һәм интернет-мутлашыуға ҡаршы көрәш буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Ул президенттың тура линияһына килгән 3,5 мең мөрәжәғәтте анализлау һәм 11 мең Рәсәй кешеһе араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Уға ярашлы, граждандарҙың 85 проценты телефон мутлашыусылары менән осрашҡан, ә 10 проценты иһә аҡсаһын юғалтҡан. Иң популяр схемалар – хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, банктарҙан һәм элемтә операторҙарҙан шылтыратыуҙар. Кузнецов билдәләүенсә, урланған аҡсаның яҡынса 40 проценты – граждандарҙың рөхсәтенән тыш йәки психологик баҫым аҫтында рәсмиләштерелгән мутлыҡ кредиттары һөҙөмтәһе. Ул бындай осраҡтарҙы булдырмау өсөн банктар өсөн яңы стандарттар индерергә, шулай уҡ намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау өсөн эске тикшереүҙәр үткәрергә тәҡдим итте. Төп проблемаларҙың береһе булып мутлашыусыларҙың “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә шәхси кабинеттарҙы ҡулланыуы тора. Халыҡ фронты ике һәм унан күберәк иден
Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе нисек телефон мутлашыусыларынан һаҡларға?
6 марта 20256 мар 2025
1 мин