“СвоимҮҙебеҙҙекеләргә” гәзитенең беренсе һаны донъя күрҙе. Яңы баҫманың төп геройҙары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Баҫмаға улар тураһында һәм улар яҙған материалдар, файҙалы мәғлүмәт әҙерләнә. Мәҫәлән, беренсе һан республика Башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе менән асыла, унда ул “СвоимҮҙебеҙҙекеләргә” гәзитенең яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тағы ла бер рухи ярҙам сараһы буласағын билдәләй. Гәзит биттәрендә Рәсәй Геройы Максим Рыбаковтың иҫтәлегенә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының батырлыҡтарына арналған материалдар, 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән яугир Станислав Лимановтың шиғырҙары, шулай уҡ башҡа мәҡәләләр баҫылған. – Материалдар рус һәм башҡорт телдәрендә баҫыла. Яңы баҫманың ойоштороусыһы – “Үҙебеҙҙең яҡындарға” мәғлүмәт үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Гәзитте айына ике тапҡыр сығарыу күҙаллана, – тине “СвоимҮҙебеҙҙекеләргә” гәзитенең баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева. Мәҡәлә авторы - Альбина ЗУБАРЕВА. Сығанаҡ: https://re
Республикала махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн гәзит булдырылды
6 марта 20256 мар 2025
~1 мин