"Элек диндең ни икәнен дә белмәгән бер инәй хәҙер аят-доға уҡып, дини мәжлестәрҙең уртаһында йөрөй. Ауыл халҡы хәйерҙе лә уға бирә. Ә минең был инәйгә күңелем тартмай, элекке яман холҡо иҫемдән сыҡмай..." Ошондай осраҡтар бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә булып тора. Шуны онотмаҫҡа кәрәк: динебеҙ Исламға килеү тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Хатта “Ҡөрьән Кәрим” дә бит 23 йыл дауамында төҙөлгән. Эйе, барыһы ла ваҡытҡа бәйләнгән. Бер-беребеҙҙе ҡабаландырып, үткәненән сүп эҙләп, халҡыбыҙҙың әкренләп иманға ҡайтыуына ҡаршылыҡ күрһәтмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һөҙөмтәлә башланған эштең дә селпәрәмә килеүе ихтимал бит. Әгәр ҙә кемдер элек ниндәйҙер хата эшләгән, ләкин ваҡыт үтеү менән үҙгәреп, Исламға килгән икән, был хәлде шатланып, ҡыуанып ҡабул итәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәлә тәүбәгә килгән әҙәмдең гонаһтарын кисерә”, – тигән. Ғөмүмән, “Һин әүәл шулай ҡылана инең, хәҙер әллә кем булып йөрөйһөң” тигәнерәк һүҙҙәр менән башҡаны кәмһетергә, мыҫҡы