“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства")ярҙамында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә глэмпингтар һәм кемпингтар һаны 3,6 тапҡырға артҡан. 2022-2024 йылдарҙа милли проект буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 1,7 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 130,1 миллион һумы – республика бюджетынан һәм 2,1 миллион һумы – урындағы бюджеттан. – Дәүләт яғынан ярҙам туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, был, үҙ сиратында, бизнесты үҫтереү өсөн перспективалар аса һәм яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Ошо осорҙа 28 пляжды төҙөкләндереү буйынса 177 проектҡа, 36 кемпинг һәм 52 модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараһын булдырыуға, һигеҙ электрон белешмә, алты яңы туристик маршрут әҙерләүгә; 41 туристик урын өсөн туристик ҡорамалдар һатып алыуға ярҙам