Найти в Дзене

"Мине үлгән һәм ерләнгән һанап, ҡәберемде лә күрһәтеп ҡуйғандар"

Баймаҡ ҡалаһынан хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла ӘБЛҮЗИНдең йәш быуынға, ил һаҡсыларына мөрәжәғәтен тәҡдим итәбеҙ. – Хөрмәтле балалар! Илебеҙ тотҡаһы булған һәм буласаҡ ысын ир-егеттәр! Бөгөн мин – “үлеп терелгән һалдат” – һеҙҙең барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Эйе, миңә Бөйөк Ватан һуғышын кисерергә, фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп алышырға тура килде. Еңеү һалдаты булыуыма сикһеҙ ғорурланам. Гитлер беҙҙең илгә һөжүм иткән көндән тыл эшенә егелдем. 15 йәшлек үҫмер булһам да, көн-төн һуғышҡа китеү тураһында хыялландым. Ул ваҡытта хатта балалар ҙа фашистарға ҡаршы һуғышырға атлыға ине. “Барып шуларҙы дөмөктөрөп ҡайтырға ине! Һәләк булған ағайҙар өсөн үс алырға! Кәрәктәрен бирергә!” тигән дыуамал уй баштан китмәне. Ниһайәт, минең дә ваҡытым килеп етеп, 17 йәшемдә үҙ теләгем менән һуғышҡа алындым. Тәүҙә Алкинда хәрби күнекмәләр үттем, унан кесе командирҙар курсына уҡырға йүнәлттеләр. Яуға 1944 йылдың ноябрендә Беренсе Украина фронты составындағы 6-сы армияның 359-сы уҡсылар һәм

Баймаҡ ҡалаһынан хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла ӘБЛҮЗИНдең йәш быуынға, ил һаҡсыларына мөрәжәғәтен тәҡдим итәбеҙ. – Хөрмәтле балалар! Илебеҙ тотҡаһы булған һәм буласаҡ ысын ир-егеттәр! Бөгөн мин – “үлеп терелгән һалдат” – һеҙҙең барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Эйе, миңә Бөйөк Ватан һуғышын кисерергә, фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп алышырға тура килде. Еңеү һалдаты булыуыма сикһеҙ ғорурланам. Гитлер беҙҙең илгә һөжүм иткән көндән тыл эшенә егелдем. 15 йәшлек үҫмер булһам да, көн-төн һуғышҡа китеү тураһында хыялландым. Ул ваҡытта хатта балалар ҙа фашистарға ҡаршы һуғышырға атлыға ине. “Барып шуларҙы дөмөктөрөп ҡайтырға ине! Һәләк булған ағайҙар өсөн үс алырға! Кәрәктәрен бирергә!” тигән дыуамал уй баштан китмәне. Ниһайәт, минең дә ваҡытым килеп етеп, 17 йәшемдә үҙ теләгем менән һуғышҡа алындым. Тәүҙә Алкинда хәрби күнекмәләр үттем, унан кесе командирҙар курсына уҡырға йүнәлттеләр. Яуға 1944 йылдың ноябрендә Беренсе Украина фронты составындағы 6-сы армияның 359-сы уҡсылар һәм 395-се йәйәүле дивизия һалдаты булып индем. Көнбайыш Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым. Эйе, хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операция барған ерҙәрҙе беҙ фашистарҙан ҡотҡарғайныҡ. Дошмандар язалап үлтергән балалар, ҡарттар әле лә күҙ алдымда. Күрәһең, фашистарҙы төбө-тамыры менән юҡ итеп бөтмәгәнбеҙҙер. Нисәмә йылдар үткәс, улар яңынан беҙгә теш ҡайрай. Ошондай саҡта Ватаныбыҙҙы һаҡлау, нисәмә йылдар бинахаҡҡа шартлатылған, үлтерелгән Донбасс халҡын ҡотҡарыу мөһим. Дошмандар НАТО-ға берләшеп беҙҙең илгә ҡаршы килә, әммә беҙ уларҙы барыбер туҡтатасаҡбыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласағына һис тә шикләнмәйем. Әгәр минең 17 йәшемдә атлығып фронтҡа киткән мәлемде ҡайтарып булһа, үҙем дә яңынан бандеровсылар тоҡомона ҡаршы сығыр инем. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең сафтар һирәгәйҙе. Бөйөк Ватан һуғышын кисергән олатай-ҡартатайҙарығыҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды, балалар. Әммә уларҙың рухтары һеҙҙең янда һәм һеҙҙе дошманды юҡ итергә саҡыра. Эйе, һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Бөгөн мин махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарыбыҙҙың яҡындарының ҡайғыһын ысын йөрәктән уртаҡлашам. Ҡасандыр миңә лә бик ҡаты яраланғандан һуң, үлгән тигән ерҙән кире терелергә тура килде. Шуға күрә “үлгән һәм ерләнгән” көнөмдө, ҡәберлегемде күрһәткән “Хәтер” китабын йортомда ҡәҙерләп һаҡлайым. 1945 йылдың апрелендә булды был хәл. Беҙҙең тыуған еребеҙҙең байлығы, иркенлеге һәр саҡ дошмандарҙа ҡара көнсөллөк тойғоһо уятты. Шуға күрә улар бөгөн хаттин ашып, бер ҡара көскә уҡмашып, Ватаныбыҙға ташлана. Тиҙҙән беҙ ҙә – Еңеү һалдаттары – тере тарихҡа әүерелеп, мәңгелек донъяға китеп бөтөрбөҙ. Әллә нисәмә миллион ҡорбан менән килтерелгән Еңеүҙе беҙ һеҙҙең ҡулығыҙға ышанып тапшырҙыҡ, батыр ир-егеттәр. Был Еңеүҙе ҡәҙерләп һаҡлағыҙ! Ә фашист тоҡомон, башҡа бер ҡасан да баш ҡалҡыта алмаҫлыҡ итеп, йәһәннәмгә олаҡтырығыҙ! Әлегә был донъяла булған һәм баҡыйлыҡҡа күскән бар Еңеү һалдаттары һеҙгә ышаныс белдерә, батырҙар! Гүзәл СӘЛИХОВА яҙып алды. Фото: геройҙың шәхси альбомынан.