Байрам алдынан тағы бер шатлыҡлы ваҡиға: Рәсәй Президенты Владимир Путин Кушнаренко районында йәшәгән күп балалы әсә Флүрә Фәттәховаға “Герой әсә” исемен биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул 10 балаға әсә һәм 20 ейәнгә өләсәй! Флүрә Фәттәхова – республикала юғары исемгә лайыҡ булған Герой әсәләрҙең туғыҙынсыһы. Ул үҙе лә ете балалы ғаиләлә үҫкән. Шуға күрә ишле ғаиләне бәхет тип иҫәпләй. Ире Вәзих Әхмәй улы менән 50 йылға яҡын бергә йәшәү осоронда алты ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Тәүге балалары менән кинйәләре араһындағы йәш айырмаһы – 21 йыл. Герой әсәнең 20 ейәне һәм бер бүләһе бар. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар колхозда малсы, ферма мөдире, водитель булып эшләй. Флүрә Рәхимйән ҡыҙы йорт хужалығын алып барыу менән бергә малсылыҡта ла, сауҙала ла эшләй, иҫәпсе лә була. Оҙайлы, татыу ғүмер кисерә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алтын туйҙарын ҡаршылаған йылда Вәзих Әхмәй улы вафат була. Әсә шулай уҡ “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән наградланған. Әсәләре тураһында һөйләгәндә өлкән