Найти в Дзене

Мәсетле конкурсанты майҙан түрендә!

8 Март байрамы уңайынан иғлан ителгән конкурсыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы Гөлсөм Ғарипова - Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Бик йәшләй яуаплы бурыстар ышанып тапшырыла уға. Гөлсөм Раян ҡыҙы Өфө финанс техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын 1987 йылда район финанс бүлегенең дәүләт килеме инспекторы булып башлай. 1988 йылдан тағы ла яуаплыраҡ вазифа йөкмәтелә: ВЛКСМ-дың Мәсетле райкомына иҫәп һәм финанстар секторы мөдире итеп тәғәйенләнә. Яңы Мишәр ауылы биләмәһе хакимиәтендә лә байтаҡ йылдар хеҙмәт итә. Ә 2011 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем эштәргә идарасы. -Үҙенең эшен яуаплы, намыҫ менән башҡара, - тиҙәр уның тураһында хеҙмәттәштәре. Урындағы үҙидара үҫешенә лә үҙ өлөшөн индерә. Ҡатмарлы хәлдәрҙә яуаплы ҡарар ҡабул итә белеү сифатына эйә булыуы ла конкурсантыбыҙҙы биҙәй. Шул уҡ ваҡытта был вазифала халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләүе лә мөһим. Яҡташтарының үтенестәрен дә ул һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай, ярҙам ҡулы һуҙа. Шуға ла халыҡ араһында ла уны

8 Март байрамы уңайынан иғлан ителгән конкурсыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы Гөлсөм Ғарипова - Мәсетле районының Яңы Мишәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Бик йәшләй яуаплы бурыстар ышанып тапшырыла уға. Гөлсөм Раян ҡыҙы Өфө финанс техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын 1987 йылда район финанс бүлегенең дәүләт килеме инспекторы булып башлай. 1988 йылдан тағы ла яуаплыраҡ вазифа йөкмәтелә: ВЛКСМ-дың Мәсетле райкомына иҫәп һәм финанстар секторы мөдире итеп тәғәйенләнә. Яңы Мишәр ауылы биләмәһе хакимиәтендә лә байтаҡ йылдар хеҙмәт итә. Ә 2011 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем эштәргә идарасы. -Үҙенең эшен яуаплы, намыҫ менән башҡара, - тиҙәр уның тураһында хеҙмәттәштәре. Урындағы үҙидара үҫешенә лә үҙ өлөшөн индерә. Ҡатмарлы хәлдәрҙә яуаплы ҡарар ҡабул итә белеү сифатына эйә булыуы ла конкурсантыбыҙҙы биҙәй. Шул уҡ ваҡытта был вазифала халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләүе лә мөһим. Яҡташтарының үтенестәрен дә ул һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай, ярҙам ҡулы һуҙа. Шуға ла халыҡ араһында ла уның ихтирамы ҙур. Тырыш хеҙмәте, урындағы үҙидара үҫешенә индергән өлөшө өсөн конкурсантыбыҙ төрлө Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән. Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған, халыҡ кәсептәрен тергеҙгән, “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсын уҙғарыуҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Рәхмәт хаты ла уның тырышлығының һөҙөмтәһен дәлилләй. Ауылдарҙы күтәргән ошондай замандашыбыҙға гәзитебеҙ ойошторған конкурста ла уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ. Фото: Гөлсөм Ғарипова архивынан.