8 мартта, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, Өфөлә саңғы марафоны була. Ул Өфө хосписындағы ауыр сирлеләргә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторола. Дауалау учреждениеһының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, саңғыла йүгереүселәр (благобегундар) - саңғы трассаһына сығыуҙан тыш, «Өфө хосписы» фонды ҡарамағындағыларға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыусы кешеләр ҙә. Өҫтәүенә, саңғы марафонында туранан-тура ҡатнашыу мотлаҡ түгел, ә аҡса йыйыу ойошторорға һәм был изге эшкә дуҫтарыңды һәм таныштарыңды йәлеп итергә мөмкин. Былтыр ошондай һигеҙ йүгереүсе 125 200 һум йыйған. Был изге эшкә ҡушылырға теләүселәр ниндәй күләмдә аҡса йыйырға ниәтләүҙәрен алдан хәл итергә тейеш. Шунан һуң 7 917 789-34-49 WhatsApp номерына (Галина) үҙе тураһында һәм ни өсөн акцияла ҡатнашыуы, үҙенең фотоһүрәтен һәм күҙаллаған сумманы күрһәтеп ҡыҫҡаса яҙып ебәрә. Фонд хоспис сайтында персональ йыйыу булдыра һәм ҡатнашыусыға һылтанма ебәрә. Шунан һуң благобегун социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа һәм коллегалары араһында йыйылған аҡсаһ