Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы «Сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуҙың социаль-гуманитар нигеҙҙәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреү майҙансығына әйләнде. Башҡорт дәүләт медицина университеты Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты, Белорус милли техник университеты, Сәмәрҡәнд дәүләт медицина университеты (Үзбәкстан), Тажикстандың Медицина-социаль институты һәм С.Д. Асфендияров исемендәге Ҡаҙаҡ Милли медицина университеты менән берлектә конференция ойошторҙо. Конференция эшендә юғары уҡыу йорттары ғалимдары һәм уҡытыусылары, төрлө илдәрҙән (Рәсәй, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы) студенттар, магистранттар һәм аспиранттар ҡатнашты. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы социаль-медицина реабилитацияһы мәсьәләләрен, төрлө һөнәр студенттарының сәләмәт рәүешен формалаштырыуҙа барлыҡҡа килгән кәртәләрҙе, эмоциональ яныуҙы иҫкәртеүҙә, аныҡ ваҡыт арауығында һаулыҡты күҙәтеүҙә булышлыҡ и