Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡырым табиптары беҙҙә эшләй

Астапенковтар ғаиләһенең Симферополдән Ҡалтасы районына эшкә килеүе - "Ауыл табибы" программаһының уңышлы эшләүенә миҫал. Табип-терапевтар Александр Владимирович һәм Дария Андреевна программа ҡатнашыусыһы булды һәм уларҙың һәр береһе түләү аласаҡ. Әйткәндәй, Александр менән Дария Астапенковтар Симферополь ҡалаһындағы С.И. Георгиевский исемендәге академияһын "Дауалау" эше белгеслеге буйынса тамамлаған. Әле Александр Владимирович 2019 йылда - “Фтизиатрия”, Дария Андреевна 2021 йылда “Дерматовенерология” белгеслеге буйынса ординатура үткән. Дария Андреевна хеҙмәт эшмәкәрлеген Симферополь районының Пионер участка дауаханаһында башлаған. Александр Владимирович Ҡырымда биш йыл буйы район дауаханаһында терапия бүлексәһе мөдире булып эшләгән. Улар Ҡалтасы районына күсеүҙе уйлап эшләгән, сөнки Дария Андреевнаның олатаһы сығышы менән – Яңауыл районынан. Бөгөн Александр Владимирович – Ҡалтасы поликлиникаһы мөдире, шулай уҡ пациенттарҙы терапия участкаһында ҡабул итә. Дария Андреевна Красный Холм дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй. “Оҙайлы һәм әүҙем” тормош милли проектының (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») “Медицина проекты” проектына ярашлы, белгестәр күберәк дәүләт медицина ойошмаһына эшкә төшә. Был табиптарға ҡытлыҡты кәметә. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.