Был видеояҙмала дәртле баҫып, матур итеп бейеп йөрөгән башҡорт инәйе - Баймаҡ районының Таһир ауылынан Айһылыу Хәбибуллина. Ул - ошо ауылдағы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, әүҙем йәмәғәтсе, тынғыһыҙ ирекмән, ҡул эштәре оҫтаһы, өҫтәүенә, йыр-бейеүгә лә маһир. "Айһылыу апай үҙенең әхирәттәре менән махсус хәрби операция яугирҙәренә 200 бетеү эшләп, алып килеп тапшырҙы. Уны улар йән һаҡлау доғаһы менән әҙерләгән. Бындай бетеүҙәр беҙҙең һалдаттар араһында ныҡ ҙур һорау менән ҡуллана, хатта ялға ҡайтҡан арала тап шуны һорап килеп киткән яугирҙәр ҙә бар. Таһир ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең "Ағинәй бүлмәһе"н булдырып, уны матур итеп йыһазландырҙы, үҙ көсө менән милли колоритта биҙәне. Бында милли биҙәүес һәм кейем өлгөләре, сергетыш, балаҫтар һәм башҡа тарихи ҡомартҡылар урын алған. Улар яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплау эшенән дә ситтә ҡалмай. Айһылыу апай был эштәрҙең дә уртаһында ҡайнай. Беҙҙең үҙәккә яуҙағылар өсөн бик кәрәкле дарыуҙар тапшырҙылар. Ғөмүмән, Таһир ауылы ағинәйҙәренә, уларҙың етәксеһе Айһылыу апайға "Афарин" тиергә генә ҡала", - тип һөйләне Баймаҡтағы "Беҙ бергә" ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Лилиә Такаева. Ә беҙ бейеүсе, рухлы, оҫтабикә Айһылыу апайға уңыштар, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Видео "Баймаҡтар" төркөмөнән.