“Бәйләнештә” төркөмөндә 8 Март уңайынан иғлан ителгән конкурсыбыҙҙа һәр ҡатнашыусыбыҙ үҙенсәлекле. Бишбүләк районынан Эллина Суфийәнова саялығы, үткерлеге менән һоҡландырҙы. Эллинаға 38 йәш. Бик яуаплы бурыс башҡара. Ул - район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары. Бынан тыш, махсус хәрби операция башланғас, һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында ирекмәнлек эшенә тотона. Был тынғыһыҙ эш күп ваҡытын алһа ла, бөтә күңелен, тырышлығын һалып башҡара. Ул халыҡ, ирекмәндәр, яугирҙәр менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Һалдаттарға нимә кәрәклеген асыҡлау маҡсатында төркөм дә булдырған. Былтыр февраль айынан Эллина маскировка селтәрен үреү буйынса эш башлай. Тәүҙә районда 5-6 ғына пункт эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 30-ға етә, 27-һе ауылдарҙа урынлашҡан, өсәүһе район үҙәгендә. Уларҙың һәр береһенең етәксеһе бар. Яугирҙәргә ярҙам ойоштороп ҡына ҡалмай, гуманитар ылау менән бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барған, һалдаттар менән осрашҡан. Госпиталгә эшкә юлланып, яралы һалдаттарҙы ҡараған, тәрбиәләгән кеше лә ул беҙҙең конкурсантыбыҙ. Бына шундай ҡурҡыу белмәҫ, үҙ иленең патриоты йәшәй Бишбүләк районында. Шул уҡ ваҡытта 13 йәшлек улына һөйөклө, яҡшы әсәй ҙә ул. Тап ошондай гүзәл заттар донъяны тота, йәмғиәтебеҙҙе биҙәй, ундайҙар алдына маҡсат ҡуя һәм ҡаршылыҡтарға бирешмәй алға атлай. Эллинаға гәзитебеҙ ойошторған конкурста ла уңыштар теләйбеҙ Фото: Эллина Суфийәнова архивынан.