Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә ике мәктәп капиталь ремонтлана

«Йәштәр һәм балалар» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Өфөләге 4-се һәм 18-се мәктәптәр капиталь ремонтланасаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр. 4-се мәктәптә төҙөүселәр тамаша һәм спорт залдарын яңыртасаҡ, йылытыу системаһын һәм санузелдарҙы алмаштырасаҡ. Учреждениела шулай уҡ электр монтажлау эштәре үткәреләсәк. 18-се мәктәптә ҡыйыҡ, уҡыу кластары, коридорҙар һәм башҡа бүлмәләр ремонтланасаҡ. Шулай уҡ бинаның тышҡы яғы өлөшләтә яҡшыртыласаҡ. Бынан тыш, учреждениела йылытыу, елләтеү системалары, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре яңыртыласаҡ. Ошоларға өҫтәп, дөйөм белем биреү ойошмалары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Барлыҡ эштәрҙе яңы 2025/2026 уҡыу йылына тамамлау күҙаллана. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») таланттарҙы үҫтереүгә һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн

«Йәштәр һәм балалар» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Өфөләге 4-се һәм 18-се мәктәптәр капиталь ремонтланасаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр. 4-се мәктәптә төҙөүселәр тамаша һәм спорт залдарын яңыртасаҡ, йылытыу системаһын һәм санузелдарҙы алмаштырасаҡ. Учреждениела шулай уҡ электр монтажлау эштәре үткәреләсәк. 18-се мәктәптә ҡыйыҡ, уҡыу кластары, коридорҙар һәм башҡа бүлмәләр ремонтланасаҡ. Шулай уҡ бинаның тышҡы яғы өлөшләтә яҡшыртыласаҡ. Бынан тыш, учреждениела йылытыу, елләтеү системалары, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре яңыртыласаҡ. Ошоларға өҫтәп, дөйөм белем биреү ойошмалары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Барлыҡ эштәрҙе яңы 2025/2026 уҡыу йылына тамамлау күҙаллана. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») таланттарҙы үҫтереүгә һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: avangard-kushn.ru