Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала насар һауа торошо күҙаллана – айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, урыны менән секундына 18 метрға тиклем көсәйәсәк. Алдағы тәүлектә бер аҙ ҡар яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа буран сығасаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 18 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә -8°, -3°, көндөҙ 0, -5° торасаҡ. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, 500-1000 метр арауыҡта күреү мөмкинлегенең насарайыуы күҙәтеләсәк. Юлсыларға һауа торошона айырыуса иғтибар итергә, бындай осраҡтарҙа алыҫ юлға сыҡмай тыйылып торорға кәңәш ителә. Рәмилә МУСИНА фотоһы.