Бәләбәй ҡалаһының “Новаторҙар бульвары” проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Төҙөкләндереү Әмиров бульварына һәм Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға ҡағыла. “Автонормаль” заводы директоры Марс Әмиров ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән. Бәләбәй өсөн уның исеме яңылыҡтар менән бәйле, проекттың исеме лә шунан алынған – “Новаторҙар бульвары”. Биләмәне тулыһынса үҙгәртеү көтә. Йәмәғәт киңлеген тематик зоналар менән өҙлөкһөҙ таҫма тәшкил итәсәк: тәүге көндәрҙән башлап, бөгөнгә тиклем. Шулай уҡ бульварҙа велосипед юлы, ял итеү зоналары һәм уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан да үҙгәрәсәк. Проект буйынса эштәр быйыл яҙ башланасаҡ һ