Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Еңеү йырҙарын йырлайыҡ!

Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған телемарафон иғлан итә. «Башҡортостан 24» телеканалы телевизор ҡараусыларҙы "Еңеү йырҙары" халыҡ телемарафонына ҡушылырға саҡыра. Проект быуындар батырлығы тураһында хәтерҙе һаҡлауға һәм һуғыш йылдары көйҙәре аша кешеләрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларға соло, дуэт йәки хор менән һуғыш йылдарынан ҡалған йырҙар араһынан берәүһен башҡарып, ике минутлыҡ видео яҙырға тәҡдим ителә. Ул горизонталь форматта булырға тейеш. Әҙер роликтарҙы 1 июнгә тиклем Телеграмдағы @marafon_b24_bot аша анкета тултырып, шунда һалырға кәрәк. Тулы шарттарҙы gtrk.tv сайтының "Еңеү йырҙары" бүлегендә ҡарарға була. Иң яҡшы сығыштар "Башҡортостан24" эфирында күрһәтелә, ә 1 июндән 22-һенә тиклем телевизор ҡараусылар яратҡан башҡарыусылары өсөн тауыш бирә ала. Биш финалсы марафон геройҙарына арналған йомғаҡлау телепрограммаһын төшөрөүҙә ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә була.Телемарафонға теләгән һәр кем: ғаиләләр, хеҙмәт коллективтары, ижади берләшмәләр ҡушыла ала. Ҡыҫҡа видеоларҙа йырҙың бер куплеты һәм ҡушымтаһы яңғырарға тейеш.Мәғлүмәт, фото: https://gtrk.tv