Буран Был тормош юлдары... Ҡайһы берҙә, ул хәтлем һынау ниңә бирелә икән, тип уйланып та ҡуяһың, икенсенән, һынауҙарҙан арып үпкәләп тә ҡуяһың. Ысын, сөнки ҡайһы берҙә был тормоштоң сигенә сығып, әжәл менән йәшәү араһындағы ҡылдай ғына һуҡмаҡтан атлаған саҡтар ҙа булғыланы. Бындай ауырлыҡтар мин кейәүгә сығып, бигерәк тә балаларым тыуа башлағас баҫылып ҡалғандай булды, әммә шулай ҙа ғаиләбеҙ менән осраған бер хәлде иҫләһәм, әле лә берҙән ҡурҡыныс, икенсенән, иң ауыр ваҡыттарҙа юғалып ҡалмаған иремә рәхмәт тойғоһо, өсөнсөнән, беҙҙең ғүмеребеҙгә хыянат итмәгән машинабыҙға ҡарата ғорурлыҡ кисерәм. Шулай бер ваҡыт ҡыш көнө беҙгә Өфөнән районға документтар артынан ҡайтырға кәрәк булып китте. Өлкән улым Ихтияр ун айлыҡ ҡына ине. Ул ваҡыт ни, Өфө - Бөрйән араһын гел йыш йөрөгәнгә, ирем эштән ҡайтҡас, кискә ҡарай ғына юлға сыҡтыҡ. Шулай, ҡараңғы төшһә лә, ыратып ҡына Сермәнгә лә еттек, аңғарғайныҡ инде былай, Белоретҡа еткәс ҡар күп яуып буранлап торғанын. Ә бына Сермәнде үтеп, үҙебеҙҙең яҡҡа боролғайныҡ ҡына, әйтерһең, бөтөнләй икенсе донъяға эләктек. Билдәле, был яҡҡа юл таҙартылмаған, ер менән күкте тоташтырып ҡар яуа. Ирем шунда уҡ, Сермәндән һуң беренсе ауыл Аҙнағолда ҡунып сығырға таныштарың юҡмы, тип һораны. Уның был һүҙҙәре аңымды ярып үттеме ни, бала менән артҡы урында ултырғас юлды аңғармай килгәнмен икән, ә иремә шул ваҡытта уҡ алда нимә булыры бөтә ҡурҡынысында күҙ алдына килгән булған. Шунан мин дә аңлап ҡалдым, машинабыҙ тигеҙ юлдан түгел, ә ҡарҙы һөрөп, кәмә һымаҡ сайҡалып йөҙөп бара икән. Аҙнағолда таныштар юҡ, үтеп киттек. Кире боролорға ла мөмкинлек юҡ, юл юҡ, батып ҡуйыу ҡурҡынысы бар. Ни булһа ла туҡтамаҫҡа тырышып киттек артабан. Ә машина юлды тоҫмаллап һөрөп бара. Көсәнә... Йә алай ҙа Сермәндә заправкаға туҡтап алғанбыҙ. Машинабыҙ көсәнә генә... Ә тышта буран, бер нәмә күренмәй, юлдан барғаныбыҙҙы белгертеп юлдың ике ситендәге бейек ағастар ғына ҡараңғы булып күренеп саҡ-саҡ төҫмөрләнеп ҡала. Артҡа юл юҡ, ҡар тәҙрәгә услап түгел, таслап һибелә. Беҙ бата яҙып, бата яҙып, йырып алға барабыҙ, ҡайһы тирәгә еткәнбеҙ, нимәне үткәнебеҙҙе лә аңлай алмайбыҙ. Билдәһеҙлек... Алда барыһы ла хөртәйгәндән-хөртәйә. Фаралар юлды күрһәтеп өлгөрмәй, ҡар тондора ғына. Юлда бер машина ла осрамай, бер нәмә лә беҙҙе ҡыуып етмәй, күрәһең, был яҡтың кешеләре һауа торошон белеп юлға сыҡмағандар. Ә беҙ бит юлға сыҡҡанда барыһы ла ғәҙәти тыныс ине, шуға ла был яҡтарҙағы һауа торошон ҡарап сығырға баш эшләмәгән. Руль артындағы ирем нимә уйлап, нимә кисергәндер, ә мин инде, тын алырға ла ҡурҡып, баламды тотҡан көйө күҙ йәштәрем аша Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙым. Бер секундҡа ла туҡтаманым, сөнки хәлебеҙ шул тиклем мөшкөл ине, иң ҡурҡҡаным: ун айлыҡ ҡына сабыйымдың буран ҡамауынан сыға алмай үҙ ҡулымда туңып, йә имгәнеп, йә уйларға ла ҡурҡытҡан иң ҡурҡыныс хәлгә ҡалыуы ине. Эстән уйлайым: әгәр машина туҡтап ҡалһа нимешләйбеҙ икән, тышта төн, буран, кире боролоп булмай, буран шул тиклем көслө, унда беҙҙең юлыбыҙ күптән күмелгән, телефондарҙа элемтә тотмаған урындар, ирем һәр саҡ запасҡа 5 литр бензин йөрөтә лә ул, ә ҡарурман, тауҙар араһында ҡарға күмелеп ҡалған беҙҙе ҡасан килеп табырҙар, был төндө беҙҙең менән нимә булыр, ниндәй хәлдә булырбыҙ??? Һөйләшә лә алмайбыҙ, бары тик һүҙ юҡ... Ирем машинаны туҡтатмаҫҡа, батырмаҫҡа тырышып алға бара, нисек улай бара алғанын бер Аллаһы Тәғәлә генә белә. Бындай тиҙлек менән ҡайҙа еткәнебеҙҙе лә аңламайбыҙ. Мин тамам өмөтһөҙлөккә бирелдем... Күҙ алдына ошо көнгә тиклемге иң яҡшы ваҡыттар килә башланы – ҡалай шунда бәхетле булғанбыҙ, тип уйланам. Иң күңелһеҙ, иң яман ваҡыттар күҙ алдына килде – барыһы ла үткән икән, ул ваҡыт ул мәсьәләләрҙән сығыу юлы булған, ул хәлдәр ул хәтлем ҡурҡыныс та булмаған, тип уйланам. Үҙебеҙҙең шул саҡ ныҡ киҫкен хәлдә булыуыбыҙҙы, иң мөһиме, үҙебеҙҙең түгел, улыбыҙҙың ғүмере өсөн яуаплы булып та, был хәл алдында көсһөҙ булыуыбыҙ йәнде әсетте... Билдәһеҙлек, өмөтһөҙлөк... Шул саҡ минең Хаҡ Тәғәләгә ялбарыуҙан, балам өсөн ғүмер һорауҙан башҡа бер нәмә лә эшләй алмауым аңлашылды. Билдәһеҙлек, өмөтһөҙлөк... Мин теләйем – ирем юл яра, мин ялбарам – ирем батмаҫҡа тырышып бара. Белгән генә доғаларымды ҡушып Аллаһы Тәғәлә менән элемтә булдырып маташам. Шулай өмөтһөҙлөктә уҙған нисәлер сәғәттәр, бәлки, минуттар... Донъя шул урында туҡтап ҡалғандай булды, был донъяла буран һәм беҙ генә... Шул саҡ күпмелер ваҡыт үткәс... Ниңәлер артыма боролоп ҡараһам... Ҡап-ҡара буранды ярып нимәлер яҡтырып киткәндәй булды! Күҙемә күренде микән тием. Шулай ҙа иремә тиҙ генә әйтә һалдым, бер нәмә яҡтырып китте, тием. Хәҙер инде күҙемде алмай ҡарайым артҡа, шул саҡ тағы яҡтырып китте. Ысынлап та күҙемә күренмәгәнен аңлап аптырап киләм. Һәм теге яҡтырған нәмәнең машина фары булыуын аңлай башланым, йөрәк ярыла яҙып тибә, ҙур машинамы, нимә? Түҙемһеҙләнеп көтәм. Иремә ялбарам, үтеп китмәһен, ошонан ҡалмайыҡ инде, тип. Тик нисек тиҙ күренде был фара яҡтылығы, күрәһең, ныҡ яҡында килгән булған, аңғармай ҙа ҡалдыҡ, дөбөрҙәтеп килеп беҙҙе обгон яһап үтеп тә китте. Беҙҙең менән йәнәш барғанында өҫтөнә тейәлгән әйберен күреп, Сермәндә беҙҙең менән йәнәш заправкала ултырған машина икәнен танып өлгөрҙөм. Нимә булмаһын баҫты ғына был машина алға ҡарай. Беҙ уның артынан йомолдоҡ, алға төшөп юл ярыусыһы булғанда нисек ятып ҡалаһың инде. Әллә шул тиклем тәжрибәле водитель булды, әллә шундай бурандарға күнеккән кеше булды, машинаһы ла елле булмаһа ла көслө генә һөйрәгәндер инде, юл ярып китте был. Беҙ ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Батмаҫҡа тырышып ярты тирләгән иремдең, был машина артынан ҡыуалап ҡалған ҡара тире аҡты ғына. Шулай ҙа анһат барабыҙ, тип әйтеп булмай, буран аша уның артҡы фараларын саҡ ҡына төҫмөрләп барабыҙ, ә ул һалған юл артынса уҡ күмелеп тә бара! Саҡҡа йырып барабыҙ. Унан ҡалһаҡ та ҡалабыҙ инде, машинабыҙ батһа хәл дә юҡ. Шулай ҙа, юҡ инде, шул хәтлем ҡыйынлыҡты күргәс, быны ҡулдан ысҡындырып булмай, минең ялбарыуҙарым хәҙер Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәргә алмашынды, ошо кешене юлыбыҙға сығарғаны өсөн, күрһәткән мәрхәмәте өсөн... Хәҙер инде алдағы машинаның унда-һанда күренеп ҡалған фараларынан күҙебеҙҙе лә алмайбыҙ, үҙ ғүмеремдә күргән иң изге, иң кәрәкле, иң юғалтырға ҡурҡҡан маяғым булды ул яҡтылыҡ! Шулай, нисәлер сәғәттәр буйы тәҡдир менән көрәшә торғас, бер тауҙы төшә башлағанда, буран ҡапыл баҫыла башлағандай булды, әҙ-мәҙ тау аҫтында ауыл уттары күренгәндәй булды. Был Байназар ауылы икәнен таныныҡ. Беҙгә йән инә башланы. Шунан, күперҙе үткәнсе, шул арауыҡты үткәнсе генә буран ысынлап та баҫылыуға ҡарай киткәне аңлашылды. Һәм күперҙе үткәс, теге машинабыҙ ҙа ҡапыл боролоп шул ауылға инеп тә китте. Беҙ тағы үҙебеҙ генә ҡалдыҡ. Тағы борсолоуҙар... Сөнки алда әле иң текә боролош – Бөрйәнсә “ҡәйнә теле”н үтәһе бар. Ул боролошта нисек туҡтамай ғына менеп китергә, тигән яңы борсолоу өҫтәлде, сөнки бер туҡтаһаҡ бөттө, батабыҙ, буран һылап һаласаҡ. Шулай ҙа, юлды артабан күп тә һөрөп, йөҙөп барманыҡ, Ҡурғашлы ауылын үткәндә буран тынып ҡалды... Ҡары ла күп түгел. Ә иң мөғжизәлеһе – теге “ҡәйнә теле”ндә лә ҡар күп түгел, зыйлап барып тау түбәһенә менеп етһәк ...алда икенсе донъя!!! Буран юҡ, ҡар яумай, юл тап-таҡыр, бер нәмә лә булмағандай тыныс донъя. Әйтерһең, бер-ике тау артында ғына шундай беҙҙең ғүмерҙәр менән уйнаған буран булмаған. Шулай ҙа, бындай ергә килеп сыҡҡас, нисә сәғәт буйы туҡтар хәлдә булған йөрәгем түҙмәне минең, юҡ, туҡтаманы ул, ә быуаһы йырылды. Ҡатындарға ғына хас булғанса, бәхетемә түҙә алмай иланым да ебәрҙем. Был донъяла күпме йәшәйһең-йәшәйһең, ә иң ҡәҙерлеһе, иң изгеһе нимә икәнен бутап бөтәһең, ысын ҡиммәттәрҙең баһаһын аңламайһың икән ул. Һәм һәр кемдең тормошонда була шундай хәлдәр, һин барыһын да аңлайһың, елкә төбөндә әжәлеңдең тын алышын тояһың, иң йөрәккә ҡан һауҙырғаны, йөрәгеңде ярып сыҡҡан балаңды ауыр хәлдә күреү. Ә беҙ был хәлде ғаиләбеҙ менән бергә кисерҙек: ҡурҡтыҡ, ҡайғырҙыҡ, өмөтләндек, тырыштыҡ, теләндек, көрәштек, өмөтһөҙлөккә бирелдек, ҡул һелтәп ҡуйманыҡ, ныҡыштыҡ, ныҡ итеп тырыштыҡ һәм еңдек... Беҙ барыһын да бергә кисерҙек. Иң мөһиме, ҡиммәтле булмаһа ла, ҡеүәтле булып сыҡты ВАЗ-2115 машинабыҙ. Был һынауҙы йырып, һөрөп барып сыҡты, ә борсолоулы һәм шатлыҡлы иҫтәлеге һабаҡ булып ҡалды ғүмергә! Таңсулпан РӘСҮЛ Һүрәт: социаль селтәрҙән.