Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 3 - 9 мартта репродуктив сәләмәтлеккә һәм сәләмәт йөклөлөккә яуаплы мөнәсәбәт аҙнаһы иғлан итте. Маҡсаты изге – ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһындағы мәғлүмәтлеген күтәреү, йөклөлөккә һәм әсәлеккә яуаплы ҡарашты популярлаштырыу, түлһеҙлек йышлығын, аборттар һанын, йөклөлөк ваҡытында онкология сирҙәренең аҙған осраҡтарын кәметеү. Дөрөҫ туҡланыу, тейешле кимәлдәге физик әүҙемлек, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу – репродуктив сәләмәтлекте оҙаҡ йылдарға һаҡлау өсөн ныҡлы нигеҙ. Йөклөлөк ваҡытында тәмәке тартыу һәм алкоголле эсемлектәр менән мауығыу сабыйҙарҙың үле тыуыуына сәбәпсе булыуы ихтимал. Табиптарҙың әйтеүенсә, сәләмәтлеккә бер ниндәй ялыу булмауына ҡарамаҫтан, гинеколог һәм урологта иҫкәртеү тикшереүҙәрен һәр кем үтергә тейеш. Диспансерлаштырыуҙы даими үтеү репродуктив сәләмәтлекте баһалау өсөн яҡшы сара булыуын да иҫтә тотоғоҙ. Йөклөлөктө планлаштырған саҡта ҡатындар организмға етешмәгән витамин һәм микроэлементтарҙы тулыланды