Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Социаль координатор МХО яугирҙәренең әсәһенә операция яһарға ярҙам итте

Ағиҙел ҡалаһында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы социаль координаторы Гөлназ Мәхмүтова тәрбиәләнеүселәренә комплекслы ярҙам күрһәтә. Уның 200-гә яҡын тәрбиәләнеүсеһе бар, улар араһында Валентина Косолапова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәһе. Яугирҙәрҙең әсәләренә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында тиҙ арала консультация кәрәк була, ул ярҙам һорап социаль координаторға мөрәжәғәт итә. Гөлназ Мәхмүтова мөрәжәғәтте ҡабул итеп, мәсьәләне тиҙ арала хәл итә башлай. Уның тырышлығы менән Валентина Косолапова сираттан тыш офтальмология ҡабул итеүенә саҡырыла, унан һуң ғына күҙенә лазерлы операция яһала. Ул уңышлы үтте. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы штатында - 106 социаль координатор. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының төрлө проблемаларын, шул иҫәптән медицина буйынса ла, хәл итеү - социаль координаторҙарҙың төп бурыстарының береһе. Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусы

Ағиҙел ҡалаһында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы социаль координаторы Гөлназ Мәхмүтова тәрбиәләнеүселәренә комплекслы ярҙам күрһәтә. Уның 200-гә яҡын тәрбиәләнеүсеһе бар, улар араһында Валентина Косолапова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәһе.

Яугирҙәрҙең әсәләренә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында тиҙ арала консультация кәрәк була, ул ярҙам һорап социаль координаторға мөрәжәғәт итә. Гөлназ Мәхмүтова мөрәжәғәтте ҡабул итеп, мәсьәләне тиҙ арала хәл итә башлай. Уның тырышлығы менән Валентина Косолапова сираттан тыш офтальмология ҡабул итеүенә саҡырыла, унан һуң ғына күҙенә лазерлы операция яһала. Ул уңышлы үтте.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы штатында - 106 социаль координатор. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының төрлө проблемаларын, шул иҫәптән медицина буйынса ла, хәл итеү - социаль координаторҙарҙың төп бурыстарының береһе.

Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалына уның эшләү осоронда 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың 2 700-гә яҡыны - медицина ярҙамы алыу мәсьәләләре буйынса, 56 һорау - дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса. 3 200-ҙән ашыу кеше шифахана-курорт дауаланыуы һорап мөрәжәғәт иткән. 3 500 яугиргә һәм уларҙың яҡындарына психологик ярҙам кәрәк булған.

Фондтың республика филиалының эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, ялһыҙ. Алдан консультация алыу өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02.

Салауат районында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторы итеп Бәҙретдинов Илгиз Илдус улы тәғәйенләнде. Фонд Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, телефоны: 8-937-342-59-31.

Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы.