Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Азат БАДРАНОВ: "Үҙебеҙҙең хәрби журналистика бар"

Бөгөн, 4 мартта, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса етәксеһе Александр Секнин, Хөкүмәт Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Марина Долич, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, тармаҡ учреждениелары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Медиаберләшмә вәкилдәрен республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләп, Азат Бадранов бергәләп башҡарып килгән һөҙөмтәле эш, өлгәшелгән уңыштар өсөн рәхмәт белдерҙе. – Иң беренсе, әлбиттә, махсус хәрби операцияны мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу, МХО яугирҙәренә даими ярҙам өсөн рәхмәт, – тине Азат Шамил улы. – Был йәһәттән беҙҙең башҡорт журналистикаһы беренселәр рәтендә: хәрби хәрәкәт барған биләмәгә улай күпләп барғандар башҡа бер ерҙә лә юҡтыр. Махсус хәр

Бөгөн, 4 мартта, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса етәксеһе Александр Секнин, Хөкүмәт Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Марина Долич, Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, тармаҡ учреждениелары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Медиаберләшмә вәкилдәрен республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләп, Азат Бадранов бергәләп башҡарып килгән һөҙөмтәле эш, өлгәшелгән уңыштар өсөн рәхмәт белдерҙе. – Иң беренсе, әлбиттә, махсус хәрби операцияны мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу, МХО яугирҙәренә даими ярҙам өсөн рәхмәт, – тине Азат Шамил улы. – Был йәһәттән беҙҙең башҡорт журналистикаһы беренселәр рәтендә: хәрби хәрәкәт барған биләмәгә улай күпләп барғандар башҡа бер ерҙә лә юҡтыр. Махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән юлланып, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән ир-егеттәребеҙгә рәхмәт. Ошондай өҫтөнлөк “беҙҙең хәрби журналистика бар” тип ғорурлыҡ менән әйтеү мөмкинлеген бирә. Байтаҡ төбәктең эске сәйәсәт өсөн яуаплы вице-губернаторҙары, минең коллегалар, беҙҙән кәңәш һорай, эш тәжрибәһе алымдарын өйрәнә. Республика журналистарының илһөйәрлеге, бөгөн башҡарған ғәмәлдәре киләсәк быуындарҙы тәрбиәләү өлгөһө лә буласаҡ. Азат Бадранов шулай уҡ 2024 йылда үткән мөһим сәйәси ваҡиғаларҙы – Рәсәй Федерацияһы Президентын, Башҡортостан Башлығын һайлауҙы, башҡа әһәмиәтле сараларҙы яҡтыртып, халыҡҡа мәғлүмәтте ваҡытында еткереп торған өсөн дә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. “Нәҡ һеҙ йәмғиәткә йүнәлеш бирәһегеҙ. Республикабыҙҙың именлегендә, тотороҡлолоғонда өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ”, – тине Азат Шамил улы. Ул Башҡорт нәшриәт компанияһы генераль директоры Сергей Кудряшовҡа, Башҡортостан телерадиокомпанияһының “Спутник ФМ” радиоһы баш мөхәррире Дмитрий Брыжакка, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының махсус хәбәрсеһе Анатолий Константиновҡа тармаҡтың юғары наградаһын тапшырҙы – коллегаларыбыҙға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Наградаларға лайыҡ булған тармаҡ вәкилдәренең тулы исемлеге менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы сайтында танышырға мөмкин: https://pressarb.bashkortostan.ru/presscenter/news/703332/ Коллегия ултырышында матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев билдәләүенсә, республикабыҙҙа МХО яугирҙәре, уларҙың ғаиләләре тураһында 40 меңдән ашыу яҙма һәм тапшырыу донъя күргән, радиола 1800-ҙән күберәк сюжет әҙерләнгән. – Эксклюзив материалдар – МХО биләмәһенән. Унда үҙ журналистарын “Башинформ” – өс, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто һигеҙ тапҡыр ебәрҙе, – тине агентлыҡ етәксеһе. – Башҡортостан юлдаш телеканалының дүрт төркөмө МХО-ға 11 тапҡыр барҙы, уларҙың береһе әле шунда эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһенә даими сыҡҡан журналистарыбыҙҙы бөгөн барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Улар – Вәдүт Исхаҡов, Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәков, Гүзәл Хәмитова, Руслан Шәрәфетдинов, Эдуард Ҡусҡарбәков, Лариса Абдуллина һәм башҡалар. Илһөйәрлегегеҙ, фиҙакәрлегегеҙ өсөн рәхмәт! Һанап үтелгән журналистарҙың күп яҙмалары Башҡортостан Башлығы тәҡдиме буйынса үткәрелгән “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсының тәүге 20 материалы иҫәбенә инде. Ҡәләм оҫталарының ярҙамында яугирҙәребеҙ тураһында хаҡ репортаждар, аналитика, интервьюҙар сыға. Былтыр Мөнир Ҡунафин менән Сергей Кудряшовтың “СВОими глазами” тип аталған китабы донъя күрҙе, унда хәрби журналистарҙың очерктары, һүрәтләмәләре, репортаждары тупланған. Шулай уҡ “Ҡызыл таң” гәзите Башҡортостан Башлығы грантына “Батырҙарыбыҙҙы данлайбыҙ!” тигән китап сығарҙы. Агентлыҡ етәксеһе Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһының матди күләме арттырылғаны, журналистарҙың төрлө федераль конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуы тураһында бәйән итте, тармаҡ эшмәкәрлегендә почтальондарҙың оло хеҙмәтен баһаланы. Коллегияла “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, Башҡортостан телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, “Китап” нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова үҙҙәре етәкселек иткән учреждениеларҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. (Тулы мәғлүмәтте гәзиттең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ). Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.