8 Март айҡанлы “Өс быуын” тигән фотопроекттар үткәрелә. Өләсәйҙән алып ейәнсәргә тиклемге нәҫел ебе теркәлә. Бына шундай фотоһүрәттәрҙең береһенда өс түгел, биш быуын вәкиләләре теҙелеп ултырған. Октябрьский ҡалаһы 4-се Башҡорт гимназияһының 5-се “А” синыфы уҡыусыһы Эвелина Вәлиева ғаиләһендәге ҡатын-ҡыҙҙар унда. Уңдан беренсе – Эвелинаның ҡарт өләсәһенең әсәһе, ул фиҙакәр тыл эшсәне булған. Уға быйыл 96 йәш тула. Уның эргәһендә ҡыҙы, йәғни Эвелинаның ҡарт өләсәһе ултыра. Уны күрергә барғанда күмәкләшеп мунса яғып, мунса инеп ҡайталар. Эвелинаның нәнәһе бешеренергә, балаларын, ейәндәрен һыйларға ярата. Уның тәмле-тәмле бәлеш-ҡоймаҡтары телеңде йоторлоҡ була. Ҡыҙыҡайҙың әсәһе иһә иҫ киткес теремек, егәрле, балаларын, туған-тыумасаһын ҡыуандырыр өсөн донъяны баш түбәләй әйләндереп ҡуйырға әҙер. Ғаиләлә бөтәһе лә йолаларҙы үтәй. Өлкәндәр намаҙ уҡый, ураҙа тота. Йыш ҡына Ҡөрьән ашына йыйылалар. Ял көндәрендә бәләкәйҙәр, йәштәр өлкән туғандарын барып күреп, хәлдәрен белешеп, ярҙамлашып ҡайт