Өфө ҡалаһындағы донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы төрлө юғары уҡыу йорттарының берлектәге һәм үҙаллы проекттарын үҫтереүгә һәм тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стартап-студияһы үҙенсәлекле проект – төҙөлөш 3D-баҫмаһы өсөн сеймал ҡатнашмаһы уйлап тапҡан. Уға патент алыуға ғариза ебәреүҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәге ярҙам иткән. Был ҡатнашма төҙөлөш объекттарын һәм бәләкәй архитектура формаларын баҫыу өсөн тәғәйенләнгән. Уның өҫтөнлөгө – һыуыҡҡа сыҙамлылығы, ныҡлығы һәм хаҡы йәһәтенән отошло булыуы. Индустриаль партнерҙар булараҡ, Өфө гипс компанияһы һәм “Аркон Констракшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Олег БАУЛИН, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры: – Өфө нефть техник университеты – республикала төҙөлөш һәм ошо йүнәлештәге тармаҡтар өсөн кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Университетыбыҙҙы төбәктә архитекторҙар һәм төҙөүселәр әҙерләү буйынса монополист