Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көндәр ҡапыл йылынасаҡ

Мәскәүҙә ял көндәрендә һауа +14 градусҡа тиклем йылыныуы ихтимал, 8 һәм 9 мартта йылы рекорд ҡуйыу ихтималлығы бар. Ошо хаҡта “Фобос” үҙәгенән хәбәр итәләр. Әммә Башҡортостанда 8 мартта көндөҙ −3, төндәрен −10, 9 мартта көндөҙ −3, төндә −9 градус һауа торасаҡ тип күрһәтелгән “Gismeteo” төркөмөндә. Шулай уҡ Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, март айында Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә (норма -5,1°). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (норма 20-40 мм) тип күҙаллана. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, шуға ла март март булып ҡалһын, апрель апрель булып ҡалһын ине. Беҙгә әлегә бындай аномаль йылы көндәр кәрәкмәй. Әҡлимә Ғизәтуллина фотоһы.