Йәше 40-ҡа яҡынлаған Әлфиә ике йыл самаһы әсәһе менән һөйләшмәй ҙә, бер ҡалала йәшәп, янына бармай ҙа. Нимәгә үпкәләгән, ни сәбәпле низағ сыҡҡан тиһегеҙме? Әсәһе телефонына оло ҡыҙын “доченька” тип, ә Әлфиәне исеме менән яҙған. “Шуның өсөн генә кеше үпкәләйме?“ – тип аптырайым. “Улай ғына түгел шул, әсәйем электән апайымды нығыраҡ яратты, мине гел ситләтте. Бала саҡтан бөтә яҡшы, матур әйбер уға булды. Апайым әсәйемә оҡшап һары сәсле, аҡ йөҙлө, ә мин – атайым ише ҡараҡас. Атайым менән ғаилә тормоштары килеп сыҡмауҙа мине ғәйепле һанаған кеүек. Гел ҡыйырһытыуы арҡаһында күңелемдә ниндәйҙер көйөк ҡалған”, – ти ҡатын. Ә бит психологтар тап ана шундай үпкә-рәнйештәр кешенең үҫешенә, яулайһы уңыштарына, бәхетле тормошона кәртә булып тора, тип һанай. Асыуҙан ауырыу тыуа, тип тә тиккә әйтмәгәндәр. Шулай ҙа Әлфиә әле быларҙы аңларлыҡ хәлдә түгел, ахыры. "Барыһына ла үҙе ғәйепле тип һанайым", - ти ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ? Нәсих Хәлисов фотоэтюды. (Фотоның был мәҡәлә