2017 йылдан Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға 800 миллион һум самаһы, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 667 миллион һум йүнәлтелгән. Был республиканың 301 мәҙәни-ял итеү учреждениеһының матди базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 3 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә проектты тормошҡа ашырыу тураһында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне. – 2017 йылдан учреждениелар өсөн бөтәһе 301 комплект тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, 2 880 сәхнә костюмы, оркестрҙар, шулай уҡ хореография һәм фольклор ансамблдәре өсөн 236 музыка ҡоралы һатып алынды, – тине Әминә Шафиҡова. - 24 мәҙәниәт учреждениеһында театр креслолары алмаштырылды, 123-өндә - мебель, ә 10-һында - диодлы экрандар ҡуйылды. Мәҙәниәт министры театр постановкаларының репертуарын киңәйтеү тураһында ла хәбәр итте. Федераль проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып 101 яңы спектакль, шул иҫәптән 45 балалар спектакле ҡуйылды. Ошо ва