2019 йылдан Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 8,2 миллиард һумға 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. 2024 йылда ғына барлыҡ муниципалитеттарҙа 123 йәмәғәт киңлеге тәртипкә килтерелде, уларҙың 73-ө - ҡалаларҙа һәм 50-һе - ауылдарҙа. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында дүртенсе урынды биләй. 2025 йылдан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты сиктәрендә дауам итәләр. Быйыл пландарҙа – дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға 94 киңлекте яңыртыу. Бынан тыш, башҡа программалар сиктәрендә лә 70 объект тәртипкә килтереләсәк. Мәҫәлән, Мәләүездә Дан бульвары төҙөкләндереләсәк, Нефтекамала - Йәштәр йорто алдындағы биләмә, ә Белоретта Еңеү паркы тирә-яғы төҙөкләндереләсәк. “Уңайлы ҡ