Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Порталдың популярлығы артҡандан-арта

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында республикала дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Денис Слепов хәбәр итеүенсә, 14 йәштән өлкән республика халҡының 75,5 проценттан ашыуы Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәпкә алыу яҙмаларына эйә. Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәүселәр социаль, ер һәм төҙөлөш өлкәләрендә ғариза биреү өсөн төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталын әүҙем файҙалана, улар араһында ер участкаһын биреүҙе алдан килешеү, планлаштырылған төҙөлөш тураһында белдереү ҡағыҙы һәм социаль пособиелар юллау айырыуса популяр. 2024 йылда республика порталына 500 меңдән ашыу кеше ингән. 2024 йылда социаль өлкәлә яңы һанлы ҡарарҙар ғәмәлгә ашырылды – “Дәүләт хеҙмәттәре” төбәк порталы аша “Һөт кухняһы” продукцияһын алыуға ғаризалар тултырыу сервисы индерелде. Шулай уҡ министрлыҡ республика Башлығының ишле ғаиләләрҙәге һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ҡала автобустарында льготалы йөр

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында республикала дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Денис Слепов хәбәр итеүенсә, 14 йәштән өлкән республика халҡының 75,5 проценттан ашыуы Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәпкә алыу яҙмаларына эйә. Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәүселәр социаль, ер һәм төҙөлөш өлкәләрендә ғариза биреү өсөн төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталын әүҙем файҙалана, улар араһында ер участкаһын биреүҙе алдан килешеү, планлаштырылған төҙөлөш тураһында белдереү ҡағыҙы һәм социаль пособиелар юллау айырыуса популяр. 2024 йылда республика порталына 500 меңдән ашыу кеше ингән. 2024 йылда социаль өлкәлә яңы һанлы ҡарарҙар ғәмәлгә ашырылды – “Дәүләт хеҙмәттәре” төбәк порталы аша “Һөт кухняһы” продукцияһын алыуға ғаризалар тултырыу сервисы индерелде. Шулай уҡ министрлыҡ республика Башлығының ишле ғаиләләрҙәге һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ҡала автобустарында льготалы йөрөү буйынса йөкләмәһен үтәне. Уны һанлы форматта рәсмиләштерергә һәм “Алға” транспорт картаһы менән түләргә мөмкин. Бынан тыш, ведомствола Көнсығыш сығыу юлы буйлап льготалы юл йөрөү реестрына индереү буйынса хеҙмәт булдырылды. Киләсәктә ведомство түләүле парковкалар менән бушлай файҙаланыуға хоҡуҡлы граждандарҙың транспорт саралары реестры, туризм һәм газ үткәреү өсөн ер участкалары бүлеү, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” төбәк порталы аша “Салют” реабилитация комплексына яҙылыу кеүек яңы һанлы сервистарҙы ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “үҙенсәлекле” балалар өсөн учреждение 2024 йылдың октябрендә Өфөлә асылды. Радий Хәбиров министрлыҡтың башҡарған эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм уның хеҙмәткәрҙәренә яңы башланғыстарҙа уңыштар теләне.