Республикала 665 кеше “Башҡортостан геройҙары” төбәк кадрҙар программаһында ҡатнашыуға заявка биргән дә инде. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов белдерҙе. Проекттың маҡсаты – махсус хәрби операция хәрби хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән яңы быуын идарасыларын әҙерләү. Теркәү этабы 24 февралдә башланды һәм 2025 йылдың 31 мартына тиклем дауам итә. Заявканы урта профессиональ йәки юғары белемле, шулай уҡ етәкселек тәжрибәһенә эйә булған махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары тапшыра ала. Бының өсөн героибашкортостана.рф сайтында шәхси кабинет булдырырға, анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн-тест үтергә кәрәк. Артабан төп этапта ғариза биреүселәрҙең эшлекле һәм шәхси сифаттарын баһалау өсөн шәхси һәм төркөмгә эштәрҙе башҡарыу ҡаралған. Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үткәндәр ҡайтанан һөнәри әҙерлек буйынса курстарға саҡырыу аласаҡ. – Программаны һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу һәм ҡатнашыусыла