Найти в Дзене

БПЛА һөжүме түгелме?

Дүшәмбегә ҡарай төндә Өфөнөң нефть эшкәртеүсе заводтарының береһендә көслө янғын булды. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары һәм телеграм-каналдар янғын БПЛА һөжүме арҡаһында сыҡҡан тип хәбәр тартты. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был имеш-мимештәрҙе инҡар итте. – Янғын таралыуҙан туҡтатылды, етештереү процестары элекке эш режимында. Һәм иң мөһиме – пилотһыҙ аппараттың эҙҙәре табылманы. Шуға күрә шунда уҡ, был БПЛА һөжүме булды, тип ҡысҡырырға иртәрәк. Хәлдең айышына төшөнгәс, барыһын да һөйләп бирербеҙ. Киң мәғлүмәт сараларының төрлөсә яҙыуы ихтимал, әммә беҙ уларҙы йүнәлтергә тейешбеҙ. Сөнки кешеләрҙе бутау дөрөҫ булмаҫ ине тип уйлайым. Тағы ла бер ҡат ҡабатлайым, әлеге мәлдә пилотһыҙ аппараттың эҙе юҡ, – тине Радий Хәбиров. Өфө нефть эшкәртеү заводындағы янғын технологик процестар арҡаһында башланыуы ихтимал, тип белдергәйне Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Әле янғын урынында һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм дознавателдәр эшләй. Фот

Дүшәмбегә ҡарай төндә Өфөнөң нефть эшкәртеүсе заводтарының береһендә көслө янғын булды. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары һәм телеграм-каналдар янғын БПЛА һөжүме арҡаһында сыҡҡан тип хәбәр тартты. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был имеш-мимештәрҙе инҡар итте. – Янғын таралыуҙан туҡтатылды, етештереү процестары элекке эш режимында. Һәм иң мөһиме – пилотһыҙ аппараттың эҙҙәре табылманы. Шуға күрә шунда уҡ, был БПЛА һөжүме булды, тип ҡысҡырырға иртәрәк. Хәлдең айышына төшөнгәс, барыһын да һөйләп бирербеҙ. Киң мәғлүмәт сараларының төрлөсә яҙыуы ихтимал, әммә беҙ уларҙы йүнәлтергә тейешбеҙ. Сөнки кешеләрҙе бутау дөрөҫ булмаҫ ине тип уйлайым. Тағы ла бер ҡат ҡабатлайым, әлеге мәлдә пилотһыҙ аппараттың эҙе юҡ, – тине Радий Хәбиров. Өфө нефть эшкәртеү заводындағы янғын технологик процестар арҡаһында башланыуы ихтимал, тип белдергәйне Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Әле янғын урынында һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм дознавателдәр эшләй. Фото: Скриншот.