Найти в Дзене

Ауыҙ астырған кеше, ғаилә өсөн ниндәй доғалар уҡырға?

Ураҙа тотҡандарҙы саҡырып ауыҙ астырыу - ифтар үткәреү иң изге ғәмәлдәрҙән һанала. “Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләй­тер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә. Ауыҙ астырған кеше, ғаилә өсөн уҡыла торған доғалар ҙа бар: 1. “Ә́фтара ғи́ндәкүмүс-сааьимүүн, үә ә́кәлә тағәәмәкүмүл-әбраар, үә са́лләт ғәлә́йкүмүл-мәләәьикәһ”. Мәғәнәһе: “Һеҙҙә ураҙа тотҡандар ауыҙ асһын, тәғәмдәрегеҙҙе изге бәндәләр ашаһын һәм фәрештәләр һеҙгә салауат әйтеп торһон!” 2. “Аллааһү́ммә бәәрик ләһүм фиимәә разә́ҡтәһүм, үәғ-фир ләһүм, үәр-хә́мһүм”. Мәғәнәһе: “Эй Аллаһ! Уларға биргән ризығыңды бәрәкәтле ит, уларҙы Үҙең ярлыҡа һәм Үҙең рәхмәт итә күр!” Ифтар үткәрәйек, Рамаҙан айында бер-беребеҙгә тағы ла иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул ителһен! 3 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандарыны

Ураҙа тотҡандарҙы саҡырып ауыҙ астырыу - ифтар үткәреү иң изге ғәмәлдәрҙән һанала. “Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләй­тер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә. Ауыҙ астырған кеше, ғаилә өсөн уҡыла торған доғалар ҙа бар: 1. “Ә́фтара ғи́ндәкүмүс-сааьимүүн, үә ә́кәлә тағәәмәкүмүл-әбраар, үә са́лләт ғәлә́йкүмүл-мәләәьикәһ”. Мәғәнәһе: “Һеҙҙә ураҙа тотҡандар ауыҙ асһын, тәғәмдәрегеҙҙе изге бәндәләр ашаһын һәм фәрештәләр һеҙгә салауат әйтеп торһон!” 2. “Аллааһү́ммә бәәрик ләһүм фиимәә разә́ҡтәһүм, үәғ-фир ләһүм, үәр-хә́мһүм”. Мәғәнәһе: “Эй Аллаһ! Уларға биргән ризығыңды бәрәкәтле ит, уларҙы Үҙең ярлыҡа һәм Үҙең рәхмәт итә күр!” Ифтар үткәрәйек, Рамаҙан айында бер-беребеҙгә тағы ла иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул ителһен! 3 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса.